18 августа Өфөлә ҡала үҫешенә бәйле UrbanБайрам форумы үтә

18 августа Өфөлә ҡала үҫешенә бәйле UrbanБайрам форумы үтә 14.08.2014

Икенсегә уҙғарылған сара баш ҡаланың киләсәген билдәләүсе, мәсьәләгә киң йәмәғәтселекте йәлеп итеүсе форум тип танылды. Шуныһы ҡыҙыҡлы, UrbanБайрамда ҡала хакимиәте вәкилдәре, төҙөүсе, архитекторҙан тыш, ябай халыҡ та ҡатнаша ала. Теләге булған һәр кем Өфөнөң киләсәгенә бәйле фекерҙәрен 18 августан 22-нә тиклем Башҡортостан Фәндәр академияһының конференц-залында белдерә ала.

Республиканың йөҙө һаналған Өфөнөң артабанғы үҫеше, ҡала халҡы өсөн уңайлы йәшәү шарттары булдырыу көнүҙәк мәсьәләләрҙән һанала. Был йәһәттән һөҙөмтәле эш алып барған коллегалар менән тәжрибә уртаҡлашыу мөһим, тип аңлата белгестәр.
 Александр Филиппов, Өфө ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары: «Екатеринбургта ҡала үҫешенә бәйле һорауҙар фәнни яҡтан төплө өйрәнелә. Бынан сығып, коллегаларҙан фәһем алыу урынлы тип уйлайым. Семинарҙа Өфө ҡала хакимиәте вәкилдәре, архитекторҙар, төҙөүселәр ҡатнаша». Екатеринбург миллиондан ашыу халыҡ йәшәүсе ҡалалар араһында стратегик планлаштырыу ысулын тәүгеләрҙән булып ҡуллана башлай. 2003 йылда бизнес, хакимиәт, фән вәкилдәре һәм халыҡ берҙәм ҡарарға килеү нигеҙендә документ әҙер була. Әлбиттә, уға заман талаптарын иҫәпкә алып, үҙгәртеүҙәр ҙә индерелә. Семинар ҡунаҡтары Өфөнәң киләсәгенә ҡағылышлы фекерҙәре менән бүлеште.
Александр Высокинский, Екатеринбург ҡала хакимиәте башлығының иҡтисад һәм финанс һорауҙары буйынса урынбаҫары: «Күреүемсә, киләһе йылдарҙа Өфөлә төҙөлөш күбеһенсә ҡаланың үҙендә дауам итәсәк, буш майҙандар ҙа етерлек. Сөнки төҙөлөштө ҡаланан сығарған осраҡта инженер селтәрҙәре, социаль объекттар төҙөү мәсьәләһен хәл итергә кәрәк, ә был өҫтәмә сығымдар талап итә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку