16 сентябрҙә Халыҡ-ара озон ҡатламын һаҡлау көнө билдәләнде

16 сентябрҙә Халыҡ-ара озон ҡатламын һаҡлау көнө билдәләнде 17.09.2015

Был дата Берләшкән милләттәр ойошмаһы Генераль ассамблеяһының махсус резолюцияһы менән 1994 йылда иғлан ителгән һәм озон ҡатламын боҙоусы матдәләр буйынса Монреаль протоколына ҡул ҡуйылған көнгә арнала.

Документта Берләшкән милләттәр ойошмаһы ағзаларына был көндө Монреаль протоколында билдәләнгән бурыстарҙы пропагандалауға бағышлауға тәҡдим ителә. Үҙенең 2006 йылғы мөрәжәғәтнамәһендә БМО-ның Генераль Секретары Кофи Аннан озон ҡатламын һаҡлауға йүнәлтелгән эшмәкәрлектә алға китеш күҙәтелеүен билдәләй һәм уны тергеҙеү йәһәтенән оптимистик күҙаллауҙары менән уртаҡлашаа. 2009 йыл аҙағына озон ҡатламына зыян килтереүсе матдәләрҙең 95 процентының әйләнештән алыныуы ла протоколдың уңышлы эшләүен күрһәтә. Яңы мең йыллыҡтың төп глобаль проблемаларының береһен хәл итеүҙә барлыҡ милләттәрҙең берләшеп эш итеүенә баҫым яһала.    


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку