149 йыл суд ҡарарҙары һағында 31.10.2014

Иртәгә суд приставтары һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан бөгөн Өфөлә тантаналы саралар үтте. 100-ҙән ашыу белгес һөнәренә тоғролоҡ һаҡларға ант итте.

Рәсәйҙә дәүләт хеҙмәткәре булараҡ суд приставы вазифаһы 1865 йылда булдырыла. Бөгөнгәсә уларҙың төп вазифаһы - суд ҡарарҙарының үтәлеүен тәьмин итеү. Әлегә Башҡортостан буйынса суд приставтары идаралығы 1,5 миллион осраҡ буйынса эш алып бара. Приставтар 400 мең зыян күреүсе файҙаһына 7 миллиард һум аҡса ҡайтарған. Оҙайлы тарихы дауамында суд приставтарының эше байтаҡ үҙгәрештәр кисергән. Улар тураһында ведомство ветерандары яҡшы хәтерләй.
 Людмила Малафей, суд приставтары хеҙмәте ветераны: «1997 йылдан алып суд приставтары хеҙмәте судтан айырылып, үҙ аллы эшмәкәрлек алып бара башланы. Был байтаҡ ыңғай үҙгәрештәр килтерҙе, тәү сиратта беҙгә айырым биналар бирелде, үҙебеҙҙе иркенерәк тойҙоҡ тиһәң дә була. Шул уҡ ваҡытта эш күләме лә артты».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика