12 июндә Мәскәүҙә мөмкинлектәре сикләнгән автоһәүәҫкәрҙәр араһында  халыҡ-ара ралли үтә 09.06.2015

Күләмле сарала Башҡортостандан дүрт экипаж ҡатнашырға теләй.

Ралли ҡағиҙәләренә ярашлы, ҡатнашыусылар автомобилдә 200 километр ара үтергә тейеш. Трасса төрлө кимәл ҡатмарлыҡтағы участкаларға бүленә. Ярышта хәрәкәттәре сикләнгән инвалидтар ҡатнаша ала. Автомобилдәре ҡул менән идара ителергә тейеш. Башҡортостан командаһы сарала ҡатнашыу өсөн спонсорҙар эҙләй.
Александр Никишкин: «Мөмкинлектәребеҙ сикле булһа ла бер урында ултырғыбыҙ килмәй. Мин мәҫәлән, автоспорт менән мауығам, Башҡортостанда үткән ярышта 2-се урын яуланым. Раллила ҡатнашыу беҙҙең өсөн ысынлап та, бик мөһим. Бының өсөн 65 мең һум табырға кәрәк. Аҡсаны бензинға һәм йәшәүгә тотонасаҡбыҙ».
Башҡортостан автоһәүәҫкәрҙәренә ярҙам күрһәтергә теләүселәр аҡсаны экранда күрһәтелгән банк иҫәбенә күсерә ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика