12 апрелдән автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау полисына хаҡ арта

12 апрелдән автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау полисына хаҡ арта 01.04.2015

Бөгөндән Рәсәйҙең 11 төбәгендә төбәк коэффициенты күтәрелә, 11-ендә киреһенсә түбәнәйә. Башҡортостанда ул  үҙгәрешһеҙ. Хаҡтар күтәрелгәнсе автоһәүәҫкәрҙәр полис алып ҡалырға уйлаймы - страховка компанияларында  һыу буйы сират. Ә компанияларҙың күбеһе страховкалауҙан баш тарта. Улар хаҡ артыуын көтәме?

Автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау полисы кәрәкме. Уға ҡушып ғүмереңде  тағы бер тапҡыр страховкала. Юҡһа, полистың хаҡына тимер атты ғына түгел,  кешенең һаулығын да бәлә-ҡазанан һаҡлау суммаһы индерелгән бит. Өҫтәмә хеҙмәт бәйләү - кешеләрҙең һаулығын страховкалауҙан бигерәк, нервыларын ҡаҡшата. Быныһы бер. Икенсеһе, страховка компанияларында ҡапыл бланктар бөтә лә ҡуя. Районда йәшәгән водителдәр  полис артынан  икенсе төбәккә барырға мәжбүр була.  
Берәүҙәр ат хаҡына менгән ҡағыҙҙы икенсе районда барып тапһа, икенселәр ай буйы кәләшенең машинаһында йөрөгән. Күгәрсен районында урынлашҡан «Росгосстрах» компанияһы филиалында  быға тиклем күҙәтелмәгән йәнлелек.  Һыу буйы сират.
Ә полисҡа хаҡ былай ҙа  артҡандан арта! Былтыр  11 октябрҙән юл-транспорт ваҡиғаһында милеккә килгән зыянды ҡаплау өсөн иң юғары хаҡ 120 меңдән 400 мең һумға күтәрелгәйне. Һөҙөмтәлә полистың хаҡы утыҙ процентҡа тиклем артты. Быйыл 1 апрелдән был өлкәлә тағы үҙгәрештәр бар. Рәсәйҙең 11 төбәгендә төбәк коэффициенты күтәрелә, 11-ендә киреһенсә түбәнәйә. Башҡортостанда ул  үҙгәрешһеҙ ҡала. Ә 12 апрелдән Рәсәйҙә   автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау  ҡиммәтләнә.  Был юлы тимер атта йөрөүселәрҙең ғүмерен страховкалауға  хаҡ өҫтәйҙәр. Ул 160 мең һумдан  500 мең һумға тиклем күтәрелә.
Александр Свинухов,  страховка компанияһының бүлек етәксеһе: «Долларға хаҡ менән еңел автомобилдәрҙең запас частәре лә ҡиммәтләнде. Ул база коэффициенты үҙгәрешенә килтерҙе.  Автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау ике этапта үтә. Закон  12 апрелдә үҙ көсөнә инә.  Еңел автомобилде страховкалауҙың хаҡы  алтмыш процентҡа  тиклем арта».
Өҫтәмә хеҙмәткә әйләнеп ҡайтҡанда, уның   кәкре ҡайынға терәү икәнлеген аңлағандар прокуратураға ла мөрәжәғәт итеп ҡараған.
Автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалауҙа закон боҙғаны өсөн Росгосстрах компанияһы Пенза өлкәһендә миллион һумлыҡ штраф түләргә тейешлеге хаҡында монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт  ҡарар сығарғайны. Хәйер, был  диңгеҙҙәге бер тамсылай ғына.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика