112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы алышҡан урындар буйлап автосәйәхәт үтте

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы алышҡан урындар буйлап автосәйәхәт үтте 08.05.2017

Ростов өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ башланғысы менән, уға 2 майҙа Волгоград герой-ҡалаһынан старт бирелгәйне. Был юҡҡа түгел, сөнки нәҡ Сталинград эргәһендә Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡыҙыу алыштары, һынылышлы ваҡиғалары уҙа.

Автосәйәхәттә ҡатнашыусылар Волгоград һәм Ростов өлкәләренең иҫтәлекле урындарын урап сыҡты. Урындағы халыҡ яҡташтарыбыҙҙы йылы һүҙ һәм киң ҡолас йәйеп ҡабул итте, милләттәр төрлө - әммә тарих уртаҡ.
Күләмле сәфәр барышында ҡурай, ҡубыҙ моңдары тынманы. Красновка тимер юлы станцияһы янында Белорет районы егете, Советтар Союзы геройы Зөбәй Үтәғоловтың ерләнгән урыны. Автосәйәхәттә ҡатнашыусылар яугирҙың ҡәберенә тыуған яҡ тупрағын һалды. Был ерҙәрҙә фашистарға ҡаршы аяуһыҙ алышта күпме һалдат хәбәрһеҙ юғалған?! Башҡорт атлыларының исемдәрен мәңгеләштереүҙе маҡсат итеп ҡуйған акцияла ҡатнашыусыларҙы яҡташтарыбыҙ  күпләп һәләк булған урындар менән таныштырҙылар. Әйтәйек, Обливский районының Алексеевский утарында ике меңгә яҡын кавалерист ерләнгән булыуы ихтимал.
Ростов өлкәһендәге туғандар ҡәберлегендә ерләнгән хәрбиҙәрҙең исемдәрен асыҡлау буйынса оҙайлы һәм ҙур хеҙмәт башҡараһы бар. Акция был эшкә ҡыҙыҡһыныу уятыуға төп этәргес.  Аҡ Калитва ҡалаһындағы «Үлемһеҙ бейеклек» мемориаль комплексы эргәһендә халыҡ менән осрашыу  автосәйәхәттә ҡатнашыусыларҙа онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Бында Ейәнсура районы Үтәғол ауылында тыуып үҫкән, хәҙер Анапала йәшәүсе яҡташыбыҙ Марс Ғәббәсов та булды.
Осрашыуға Советтар Союзы геройы Аннаклыч Атаевтың туғандары ла ҡушылды. Батырҙың балалары был изге урынға илле йылдан ашыу йөрөй. Быйыл башҡорттар менән аралашыуға ла оло ҡыуаныс белдерҙеләр. Данлы дивизия тәүге ҡаты алыштарҙан һуң ҙур юғалтыуҙар кисерә, артабан уның составына башҡа милләт халыҡтары, шул иҫәптән төркмәндәр ҙә ҡушыла. Еңеү берҙәмлек көсө менән яулана.
Владимир Атаев, Советтар Союзы геройы аннаклыч Атаевтың улы: «Башҡорттар тураһында әҙәби китаптар күп уҡыным. Һуғыш юлын үткән яугир яҙыусылар менән дә аралашҡаным булды. Мин атайымдың дивизияла беренсе булып Советтар союзы геройы исеменә лайыҡ булыуы менән  ғорурланам, беҙҙең Төркмәнстанда һуғыш йылдарында ҡаһарманлыҡ күрһәтеүселәр күп булған. Шуныһы ҡыуаныслы, уларҙың яртыһы ҡаты алыштарҙа  данлы дивизия составында  хеҙмәт иткән».
Автосәйәхәттә ҡатнашыусылар фекеренсә, был күләмле акция Рәсәйҙең генә түгел, элекке союздаш республикаларҙа йәшәүсе халыҡтарҙың берләшеүенә лә тос өлөш индерҙе. Әйткәндәй, тарихи урындар буйлап ойошторолған сәфәрҙең тулыраҡ версияһы тиҙҙән Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Башҡорттар» тапшырыуында күрһәтеләсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика