11 октябрь - Республика көнө

11 октябрь - Республика көнө 07.10.2014

Байрам һәр ваҡыттағыса быйыл да киң билдәләнә. Баш ҡалала һәм райондарҙа төрлө саралар ойошторола.

Йола буйынса, тантана Дуҫлыҡ монументына сәскә һалыуҙан башлана. Артабан байрамды мәҙәниәт учреждениеларында концерт программалары дауам итә. Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында «Мираҫ» ансамбле ҡатнашлығында төп байрам концерты уҙһа, тамашалар шулай уҡ Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында, Рус дәүләт академия драма, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрҙарында ла ҡаралған. Төп тантана 11 октябрҙә Ленин майҙанында үтә. Сара ҡунаҡтары бында «Оҫталар ҡалаһы» күргәҙмә-йәрминкәһенә тамаша ҡыла, башҡорт милли ризыҡтарынан ауыҙ итә һәм «Йәштәр Өфөһө» тип исемләнгән флешмобта ҡатнаша ала. Тантана сағыу фейерверк менән тамамлана. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, байрам айҡанлы 11, 12, 13 октябрь ял көндәре тип иғлан ителгән.  


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку