11 августан Рәсәйҙә төҙәтмәләр индерелгәндән һуң «Юл хәүефһеҙлеге тураһында»ғы закон ғәмәлгә инде

11 августан Рәсәйҙә төҙәтмәләр индерелгәндән һуң «Юл хәүефһеҙлеге тураһында»ғы закон ғәмәлгә инде 15.08.2014

Уға ярашлы, водитель таныҡлыҡтарына яңы категориялар өҫтәлде. Бынан тыш, киләсәктә курсанттарҙан имтихандың тәүге этабын автомәктәптәр үҙҙәре аласаҡ.

Автомәктәп инструкторҙары юл  хәүефһеҙлеге  ҡағиҙәләрен  курсанттарға  ентекле аңлата. Юл фажиғаләре йылдан-йыл арта. Шуға талаптар ҙа  юғары. Яңы законға ярашлы, хәҙер скутерҙа йөрөрөүселәргә лә таныҡлыҡ алыу мотлаҡ. Бынан тыш, автомат коробкалы автомобиль менән идара итеүселәр айырым категорияға инә.  Автомәктәптәр яңы программа буйынса уҡытыуға тулыһынса әҙер.
Андрей Степаненко, автомәктәп менеджеры: «Беҙ яңы уҡытыу программаһы менән таныштыҡ. Әлегә уны  Юл хәүефһеҙлеге инспекцияһының  раҫлауын  көтәбеҙ. Беҙҙә уҡытыу өсөн бар уңайлыҡтар булдырылған. Программа раҫланғас водителдәрҙе яңы программа буйынса уҡыта башлаясаҡбыҙ».
Яңы категорияға һәм уның өҫтәмәләренә  уҡытыу өсөн һәр автомәктәптең рөхсәт ҡағыҙы булырға тейеш. Уны автомәктәптәр  уҡытыу программалары раҫланғас ҡына аласаҡ. Әлегә уларҙың  күсермәләре генә бар. Шуға иғтибар итергә кәрәк, ҡағиҙәләр үҙгәрмәй, төҙәтеүҙәр тик водитель таныҡлыҡтарына  ғына ҡағыла. Скутер менән идара итеүгә рөхсәт «М» хәрефе менән билдәләнәсәк. Был транспорт төрөнә водитель таныҡлығын  16 йәштән алырға мөмкин. Шулай уҡ автоматлаштырылған автомобилдәр  менән идара  итеүселәр өсөн дә үҙгәрештәр бар.
Әгәр ҙә курсант автоматлаштырылған коробкалы автомобилде йөрөтөүгә генә уҡыһа, уның водитель таныҡлығында «АТ» тигән махсус билдә буласаҡ. Был осраҡта ул механикаға ултыра алмай. Ә таныҡлыҡты механикала уҡып алған автоһәүәҫкәрҙәр автомат машиналарҙа йөрөргә хоҡуҡлы буласаҡ.
«А» категорияһынан «Е» категорияһына тиклем водитель таныҡлығы булыусылар юл хәрәкәте  хәүефһеҙлеге  хеҙмәте  идаралығында  бар категориялары ла бергә булған таныҡлыҡ ала ала. Унда «М» категорияһы ла индерелә.
Динар Ғилметдинов, Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы етәксеһе: «Душәмбе республика автомәктәптәренә  тикшереүгә сығабыҙ. Уны юл хәүефһеҙлеге инспекторҙарынан торған махсус төркөм уҙғара. Башҡортостанда 350-гә яҡын автомәктәп бар. Был бик етди эш, шуға ла мин тикшереү барышын шәхсән күҙәтәсәкмен. Һөҙөмтәләрҙе мәғариф министлығына тапшырасаҡбыҙ. Унда ҡайһы мәктәпкә рөхсәт биреү ҡараласаҡ».
Оҙаҡламай водителдәр яңы категориялы таныҡлыҡтар алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Ләкин документтарҙы тулыһынса әҙерләүгә бер нисә ай ваҡыт талап ителә. Бынан тыш, 1-се ғинуарҙан автомәктәптәр рейтингы булдырыласаҡ. Юл хәүефһеҙлегенә һәм ҡағиҙәләргә тап унда өйрәтәләр бит.  
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку