100 йәшен билдәләүсе юбилярҙар автомобиль асҡысы аласаҡ

100 йәшен билдәләүсе юбилярҙар автомобиль асҡысы аласаҡ 01.09.2016

Дүртөйлө районының Киров исемендәге тоҡомсолоҡ хужалығы етәкселеге үҙ хеҙмәткәрҙәрен ҡиммәтле бүләк менән һөйөндөрөргә ҡарар иткән. Тәүге булып иномаркаға   Кәшифә Мөхәмәтзакирова лайыҡ булды.

Шарҙар менән биҙәлгән «Матиз» асҡысын Кәшифә Мөхәмәтшәрип ҡыҙына хужалыҡ етәксеһе Рәис Шакиров тапшырҙы. Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының тол ҡатыны  оҙаҡ йылдар дауамында урындағы хужалыҡта эшләгән. Өсбүлә ауылында йәшәгән хеҙмәт ветераны 11 балаға ғүмер биргән. Әле уларҙың етәүһе иҫән. Бер быуатлыҡ ғүмер кисереүенә ҡарамаҫтан, юбиляр үҙен яҡшы тоя. Хәҙер ул шәхси автомобиленә ултырып республиканың төрлө төбәктәрендә йәшәүсе  балаларына ҡунаҡҡа йөрөп сығырға йыйына. Юбилей тантанаһында йөҙйәшәргә Рәсәй президенты Владимир Путиндың да ҡотлау хаты тапшырылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика