10 йылдан һуң баш ҡала транспорт хәрәкәтендә етди проблема килеп тыуыуы ихтимал

10 йылдан һуң баш ҡала транспорт хәрәкәтендә етди проблема килеп тыуыуы ихтимал 15.12.2014

Әгәр ҙә система бөгөндән яйға һалынмаһа, Өфө тотош бер ҙур тығынға әйләнәсәк.

Баш ҡала халҡын  4 мең берәмектән ашыу йәмәғәт транспорты хеҙмәтләндерә. Уларҙың 15 проценты дәүләт ҡарамағындағы автобустар. Йәмәғәт транспортында хеҙмәтләндереү кимәле, юлдар сифаты һәм сәғәттәргә һуҙылған тығындар менән ҡәнәғәт булмаған халыҡ шәхси автомобилдә йөрөүҙө хуп күрә. Ә улар йылдан-йыл арта. Ҡала тотош бер тығынға әйләнмеһән өсөн кисекмәҫтән  транспорт  системаһын камиллаштырыу өҫөндә эшләргә кәрәк тине бөгөн Республика Президенты ҡалала транспорт системаһы үҫешенә арналған кәңәшмәлә.  
Бөтә транспортҡа бер билет системаһы, туҡталыштарҙа транспорт хәрәкәтен күрһәткән онлайн таҡталар, түләүле автопарктар булдырыу тығындар мәсьәләһен хәл итәсәк тигән фекерҙә белгестәр. Киләсәктә пассжирҙарҙы хеҙмәтләндереүсе шәхси микроавтобустарҙы ҡыҫҡартыу һәм улар урынына күп һыйҙырышлы автобустар ебәреү күҙаллана. Был осраҡта 4 мең берәмек автобустар һаны 1 мең 200-гә тиклем кәмеүе ихтимал. Транспорт тармағында тәртип булдырыу өсөн коррупцияны тамырынан өҙөргә һәм бер нисә йылға иҫәпләнгән административ план булдырырға кәрәк тине Республика Президенты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку