10 йәшлек Виктория Ильина ҡолағы ишетмәүҙән яфалана

10 йәшлек Виктория Ильина ҡолағы ишетмәүҙән  яфалана 05.11.2014

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Русфонд», «Мәрхәмәт» хәйриә фондтары һәм «Комсомольская правда» гәзите менән берлектәге  проекты дауам итә. Аҙнаның бөгөнгө геройы - Өфө районында йәшәүсе Виктория Ильина. 10 йәшлек ҡыҙ ҡолағы ишетмәүҙән  яфалана. Ғаилә изге күңелле кешеләр ярҙамына мохтаж.

Виктория йәнлектәр, ҡоштар ярата. Көн дә үҙенең Кеша исемле тутыйғошо менән аралаша.Ҡыҙға 4 йәш тулғансы ата-әсәһе лә, табиптар ҙа баланың ҡолағы насар ишеткәнен белмәй. Ләкин һуңғараҡ ҡыҙҙың әсәһе сабыйының хәбәрҙе бер нисә тапҡыр әйткәс кенә аңлағанын һиҙеп, табипҡа мөрәжәғәт итә.
Дилә Ильина, Виктория Ильинаның әсәһе: «Ҡыҙым балалар баҡсаһына йөрөгәндә насар ишетә башланы. Хәҙер ул аппарат йөрөтә. Уны кискелеккә генә сисәбеҙ».
Был аппаратты ғаилә бюджет иҫәбенә Викторияға бер нисә йыл элек ала. Ләкин аппарат иҫкергән, уның менән ҡыҙ насар ишетә. Был уҡыуға ла ҡамасаулай. Бигерәк тә диктант яҙғанда ҡыҙ күп һүҙҙәрҙе ишетмәй.
Виктория Ильина: «Дәрестә мин өсөнсө партала ултырам. Йыш ҡына уҡытыусының нимә һөйләгәнен аңлап етмәйем. Һауыҡҡым килә. Был ауырыу нисектер көтөлмәгәндә килеп сыҡты».
 Виктория Ильинаға тулы тормош менән йәшәр өсөн күп каналлы ишетеү аппараты кәрәк. Ләкин ғаиләнең ҡоролманы алырға аҡсаһы юҡ. Викторияға беҙ бергәләп ярҙам итә алабыҙ. Акцияла ҡатнашыр өсөн 5541 һандарына ДЕТИ һүҙен яҙып, смс-хәбәр ебәрергә кәрәк. Уның хаҡы - 75 һум. МТС абоненттарына смсты раҫлау талап ителә. Мәрхәмәтле булайыҡ! Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика