10 ноябрҙә Эске Эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй

10 ноябрҙә Эске Эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй 07.11.2014

Ведомствоға 9 баш идаралыҡ, төрлө департаменттар һәм бүлектәр ҡарай. Йыш ҡына был ҡеүәтле көстәр эргәһендә участковыйҙарҙың хеҙмәте юғалып ҡала. Ләкин тап улар - халыҡ менән иң тығыҙ эш итеүсе полиция хеҙмәткәрҙәре.

Участковый, вазифаһына ярашлы, бер урында ғына тора алмай. Ул  үҙенең участогының тормошон биш бармағы кеүек белергә тейеш. Әлбиттә, бының өсөн күп юл йөрөргә тура килә. Капитан Азат Ғәйфуллин да, ғәҙәттә, көнөн үҙе яуаплы булған 5 ауыл биләмәһен йөрөп сығыуҙан башлай.
Участковый инспектор һәр ваҡыт яҡында булыуына ауыл биләмәһе башлыҡтары ла ҡәнәғәт. Берәй хәл була ҡалһа, район үҙәгенән полиция көтөргә түгел, һәр саҡ тәү сиратта участковыйға хәбәр итәбеҙ, ти улар.
Асоциаль тормош алып барыусы ғаиләләр менән социаль хеҙмәттәр шөғөлләнә. Ләкин уларҙың һәр сараһында ла участковый ҡатнаша. Ул рейдтар барышында, бер яҡтан, тәртип һаҡлауҙы тәьмин итһә, икенсенән, ғаиләнең томошо менән яҡындан таныша.
Бынан тыш, халыҡта булған ҡоралдың һаҡланыу шарттарын тикшереү ҙә участка инспекторҙары иңендә. Билдәле булыуынса, мылтыҡты махсус шкафта, патрондарҙан айырым тотоу талап ителә. Ҡоралы булғандар башлыса һунарсылар, улар мәсьәләгә яуаплы ҡарай.  
Участковый Ғәйфуллиндың бөгөнгө эш көнө ғәҙәттән тыш ваҡиғаларһыҙ тамамланды. Ләкин хеҙмәте дауамында уға көс ҡулланырға ла, енәйәтселәргә ҡаршы көрәшергә лә тура килгәне бар. Халыҡтың тыныс тормошон яҡлау - минең төп бурысым, тип билдәләй Азат Ғәйфуллин.  
Үҙ эшенә яуаплы ҡараусы, эшһөйәр участковый булғанда ғына халыҡ үҙ мөлкәте, яҡындары өсөн борсолоуҙан ҡотола ала. Сөнки тик участковый ғына енәйәтте асыҡлау түгел, ә тәү сиратта уны кисектереү эшен башҡара.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку