10 меңдән ашыу хат, 400 номинант 03.12.2016

Республиканың төп телеканалы ойошторған «Башҡортостандың 100 шәхесе» конкурс проектының беренсе этабы тамамланды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, күләмле проект киң яҡлы эшмәкәрлеге, ижады менән тарихта яҡты эҙ ҡалдырған, республиканы үҫтереүгә тос өлөш индергән арҙаҡлы шәхестәр өсөн тауыш биреүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Ул республиканың 100 йыллығына арнала һәм 2019 йылға тиклем бер нисә этапта ғәмәлгә ашырыла. Беренсе этап һөҙөмтәләренән күренеүенсә, анкета тултырыусылар Зәки Вәлиди, Михаил Нестеров, Муса Мортазин, Ғәзим Шафиҡов кеүек арҙаҡлы ир-уҙамандарҙы  Башҡортостандың 100 шәхесе итеп күрергә теләй. Киләһе аҙнала махсус комиссия беҙҙең порталда интернет тауыш биреүгә сығарыласаҡ 150 кандидатты һайлап ала. Һуңынан иң күп тауыш йыйған 100 шәхес тураһында фильм төшөрөү күҙаллана.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика