1 сентябргә тиклем мәғариф учреждениелары тирәһендә урынлашҡан бар гараждар ҙа алынып бөтөргә тейеш

1 сентябргә тиклем  мәғариф учреждениелары тирәһендә урынлашҡан бар гараждар ҙа алынып бөтөргә тейеш 29.08.2016

Баш ҡала хакимиәте коммуналь хужалыҡтарға ошондай бурыс ҡуйҙы. Әле Өфөнөң барлыҡ райондарында ла тимер  гараждарҙы һүтеү буйынса эштәр бара. Бөгөнгәсә баш ҡала урамдарынан мең ярымға яҡын гараж сығарылған.

Көн дә ике тиҫтәгә яҡын гараж. Баш ҡаланың Октябрь районы тимер бокстарҙан арынып бөткән тиерлек. Коммуналь хужалыҡтарға тиҫтәгә яҡын ғына гараж һүтергә ҡалған. Тәү сиратта мәктәп, балалар баҡсаһы кеүек балалар күпләп йөрөгән урындар таҙартылған.
Баш ҡаланы тимер гараждарҙан таҙартыуға былтырғы фажиғә этәргес булды. Мәктәпкә тип сығып киткән ун йәшлек Виолетта Токарчуктың кәүҙәһен  мәктәп эргәһендә генә урынлашҡан бокстар араһында таптылар. Йәмәғәтселек Өфөнө сүп-сар һәм эскеселәр ояһына әйләнә барған гараждарҙан азат итеүҙәрен үҙе һораны.
Гараж хужалары ла был күренешкә яуаплы ҡарай. Тартҡылашып, ыҙғышып йөрөүселәр юҡ. Күптәре хатта, үҙ көсө менән һүтеүҙе хуп күрә, ти коммуналь хеҙмәткәрҙәр.
Әйткәндәй, законһыҙ урынлаштырылған гараждар ғына һүтелә. Бөйөк ватан һуғышы ветерандары, инвалидтар мөлкәте айырым рәүештә ҡарала һәм ике яҡ өсөн дә отошло ҡарар ҡабул ителә. Әле баш ҡалала 1 мең 400 тимер гараж һүтелгән. Тағы ла һигеҙ йөҙө боксты сығараһы ҡалған. Улар урынына парковка урындары, балалар майҙансыҡтары, үҫентеләр барлыҡҡа киләсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика