1 сентябрҙән водитель таныҡлығы алыу ҡатмарлашты 06.09.2016

Имтихандар тәртибенә бик күп үҙгәрештәр индерелде. Яңылыҡтар имтихандарҙың теорияһына ла, практик өлөшөнә лә ҡағыла. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, һынауҙың ҡатыланыуы имтихан тапшырырға теләүселәрҙе бермә-бер кәметкән. Уның ҡарауы, юлдарҙа тәртип урынлашыр, ти инспекторҙар. Водитель булыу өсөн ниндәй һынау үтергә кәрәк?

Бына инде аҙнаға яҡын имтихандар тапшырыу бүлмәһендә ғәҙәти булмаған тынлыҡ. Әгәр элек бүлмә шығырым тулы булһа,  талаптар ҡатыланыу менән компьютерҙарҙың күпселеге буш тора. Водитель таныҡлығына Һынау тоторға үҙ белеменә ышанғандар, һалҡын ҡанлылар ғына инә.
Ҡыйыулыҡ табып имтиханға инеү бер, ә бына уны тапшырыу  һәр кемгә лә бирелмәй, ти инспекторҙар.  Быға тиклем  һынау тотоусыларҙың   60-70 проценты тәү тапҡырҙан уҡ уны үтә алһа,  беренсе сентябрҙән алып ни бары 20-25 проценты ғына тапшыра алған. Автоэксперттар әйтеүенсә, буласаҡ водителдәргә талаптарҙың  ҡатыланыуы юлдағы күңелһеҙ статистиканы кәметеү мөмкинлеге бирәсәк. Имтихан тапшырғанда уҡ улар юл хаталарҙы ғәфү итмәүенә төшөнәсәк. Яңыса һынау ҙа тап ошо принципҡа ҡоролған. Яңылыштың икән, хәл мөшкөлләнә генә.
Имтихандарҙың практик өлөшөндә лә үҙгәрештәр ярайһы уҡ ҡаты. Шулай ҙа рулде оҫта әйләндереүселәргә һынауҙы үтеү бер ни тормай. Өҫтәмә талаптар тап руль тотоу оҫталығын тикшерә.
Змейка һәм туҡһан градусҡа боролоштар. Ҡалған һынауҙар үҙгәрешһеҙ ҡала. Уның ҡарауы имтихандарға бирелгән ваҡыт ҡыҫҡартыла. Теорияны тапшырыу өсөн бер сәғәт ваҡыт бирелә. 20 минут әҙерлек өсөн, 30 минут имтихан һәм ҡалған ваҡыт һөҙөмтәләрҙе теркәүгә. Шулай уҡ практик өлөшө лә бер сәғәттән артырға тейеш түгел.  Буласаҡ водителдәр өсөн берҙән-бер яҡшы яңылыҡ  ғариза ҡабул итеү ваҡыты ун биш минуттан да артмаҫҡа тейеш. Ләкин кеше үтә алмаҫлыҡ талаптар юҡ, уҡыуҙа ауыр булһа, юлдарҙа еңел булыр, ти инспекторҙар.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика