1-се июнь Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө

1-се июнь Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө 29.05.2015

Ошо уңайҙан уҡыусы йәштәрҙең республика мәҙәниәт үҙәге йәтем һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балалар өсөн хәйриә концерты ойошторҙо.

Концертҡа белем учреждениеларында тырышып уҡыусы, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы балалар саҡырылды. Уларға тәрбиәселәре, уҡыусы йәштәрҙең республика мәҙәниәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре яҡты теләктәр теләне. Әйткәндәй, үҙәктә балалар йорто тәрбиәләнеүселәре төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә, йыр бейеү серҙәренә өйрәнә. Улар ҙа үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтте. Бынан тыш, концертта Башҡортостандың төрлө райондарынан саҡырылған йәш артистар ҙа ҡатнашты.
«Йөрәктән-йөрәккә» хәйриә акцияһы 12-се тапҡыр ойошторола. Унда саҡырылған һәр кем акция эмблемаһы һәм сертификаттар менән бүләкләнде. Балалар теләктәр ағасына үҙҙәренең хыялдарын яҙҙы, күккә шарҙар осорҙо.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика