1 майҙа республикала яҙғы һунар тамамлана 29.04.2017

Ул быйыл ун көн дауам итә. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының һунарсылыҡты күҙәтеү дәүләт инспекторҙары хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең теүәл үтәлешен даими тикшерә.  Әлегә һунарсылар тарафынан тиҫтәләрсә тәртип боҙоу осрағы теркәлгән, браконерсылыҡҡа ҡаршы етди көрәш алып барыла.

Дәүләт инспекторҙары Рәсәй гвардия вәкилдәре менән берлектә һунар итеү зоналарында тәртип һаҡлай. Яҙғы һунар 22 апрелдә генә башланыуға ҡарамаҫтан, республикала  иллегә яҡын кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Шишмә районында кейек ҡоштар аулау ҡағиҙәләренең теүәл үтәлеше лә контролдә тотола.
Һунарсыларҙың рөхсәт документтарын, лицензияһын тикшереү бер, был юҫыҡта проблемалар юҡ кимәлендә. Ә бына яҙғы һунарға ҡағылышлы талаптар ярайһы уҡ ҡаты. Әйтәйек, был миҙгелдә тик ата ҡыр ҡоштарын ғына ауларға мөмкин. Шул иҫәптән урман-күл буйҙарында усаҡ яғыу, һунар тоҡомло эт эйәртеп йөрөү тыйыла.  Валерий Буксов Өфөнән, һунарсылыҡҡа бәйле ҡағиҙәләрҙе лә яҡшы белә. Штраф күләме юғары - 500 һумдан 4 мең һумғаса.
Валерий Буксов, һунарсы: «Республиканың барлыҡ биләмәһен дә йөрөп сыҡтым. Һунар итеү зоналары миңә яҡшы таныш. Шишмә районында унынсы йыл кейек ҡоштар аулайым, ҡырағай йәнлектәр ҡыҙыҡһындырмай. Һәр һаҙ, һәр урман күңелемә яҡын. Быйыл яҙғы һунар миҙгелендә бер табыш та эләкмәне, әммә был кәйеф төшөрлөк сәбәп түгел. Иң мөһиме, гүзәл тәбиғәт ҡосағында саф һауала рәхәтләнеп ял итәһәң».
Яҙғы һунар барышында ҡырағай хайуандар тауышы сығарған электрон приборҙар ҡулланыу, ҡурпысыҡтарҙы иртән аулау тыйыла. Әлеге мәлдә кейек ҡоштарҙың үрсеү мәле, уларҙы ҡурҡытырға ярамай.  Шуға йәшерен ҡыуыштан ултырып ҡына атырға рөхсәт ителә, мәҫәлән, палаткалар ҡороусы һунарсылар күп. Ҡарасҡы өйрәктәр табышты үҙенә ылыҡтыра. Ә бына һаҙ буйы, йә башҡа биләмә буйлап йөрөп, һыуҙа йөҙөп атаһың икән - штраф түләү менән генә яуаплылыҡтан ҡотола алмаясаҡһың
Республикала 70 меңдән ашыу һунарсы бар тип алғанда, яҙғы һунар кейек ҡоштарҙың күпләп ҡырылыуына ла килтереүе мөмкин. Шуға был мәлдә уларҙы аулауҙы тыйырға кәрәк тигән тәҡдимдәр ҙә бар,-ти дәүләт инспекторҙары.
Яҙғы һунар барышында Башҡортостандың барлыҡ райондарында ла ошондай рейдтар ойошторола. Әлегә ике енәйәти хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлгән. Әбйәлил районында мышыны атһалар, Хәйбуллала законһыҙ рәүештә ике ҡоралай ауланған. Браконьерҙар яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика