1 июлдән үҙгәрештәр 01.07.2017

Бөгөндән илдә эш хаҡы арта. Минималь хеҙмәт хаҡы 7 мең 800 һумға тиңләшә. Әлегә тиклем 300 һумға аҙыраҡ ине. Минималь түләү эш хаҡы, пособие билдәләгәндә иҫәпкә алына.

Бөгөндән һәр йылдағыса коммуналь тарифтар күтәрелә. Һыуға хаҡ уртаса - 7, йылылыҡ өсөн тәьмин итеүсе компанияға ҡарап 4 проценттан 7 процентҡаса арта. Электр  энергияһы ла ҡиммәтләнә.

ХХХ
Бөгөндән бер нисә хеҙмәткә дәүләт пошлинаһы артты. Атап үткәндә, водитель таныҡлығы 500 һумдан мең ярымға, сит ил паспортының яңы өлгөһө 3 мең ярымдан биш меңгә, 14 йәше тулған бала өсөн паспорт мең ярымдан 2 мең ярым һумға тиклем күтәрелде. Дәүләт пошлинаһын элеккесә терминал аша түләргә мөмкин.  

ХХХ
Бөгөндән транспорт сараһының паспорты электрон фарматҡа күсә. Икенсе аҙнанан дәүләт авто инспекцияһы, таможня хеҙмәте һәм автомобиль заводтары ПТС-тарҙы электрон форматта бирергә бурыслы. Унда ҡағыҙ документтан айырмалы страховка, техник күҙәтеү, автомобилдең күпме километр үтеүе һәм аварияларҙа ҡатнашлығы тураһында мәғлүмәт буласаҡ. Электрон ПТС-тар машина хужаһынын тыш, уның менән ҡыҙыҡһынған һәр кешегә асыҡ буласаҡ. Электрон документ машиналар менән мутлашыусыларға ҡаршы көрәште  еңеләйтер тип күҙаллана.

ХХХ
Бөгөндән башҡаларҙың шәхси мәғлүмәттәре менән файҙаланған һәм уларҙы һаҡлау буйынса законды һанға һуҡмаған өсөн яуапҡа тарттырыу киҫкенләшә. Ҡанунды боҙған граждандарҙы бынан ары - 5 мең, вазифалы кешеләрҙе - 20, юридик шәхестәрҙе 75 мең һумлыҡ штраф көтә.

ХХХ
Бөгөндән башлап хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын алыу ябайлаша. Хәҙер ууларҙы өйҙән сыҡмай ғына алырға мөмкин  Больничныйҙар  электрон рәүештә бирелә башлай.

ХХХ
Бөгөндән башлап сауҙа нөктәләрендә бөтә банкоматтар һәм терминалдар «Мир» карталарын ҡабул итергә тейеш. Аҡсаларын картаға алырға теләгән хаҡлы ялға сығыусылар һәм бюджет өлкәһе клиенттарына ошо маҡсатта «Мир» карталары ғына биреләсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика