Үҙ йортоңда ҡамауҙа

Үҙ йортоңда ҡамауҙа 12.08.2014

Баш ҡаланың Аҡназаров урамы менән Нефтепроводный тыҡрығында йәшәүселәр эргәләрендә барған төҙөлөш менән 2008 йылдан алып  көрәшә. Оҙайлы бәхәс бер ниндәй ҙә һөҙөмтәгә килтермәй, ә хәҙер торлаҡ йорттар тирәләй бейек ҡоймалар ҡалҡып сыҡҡан. Халыҡ  тиҙерәк  күсергә теләһә, төҙөүсе ойошма йорт хужалары менән уртаҡ тел таба алмауға зарлана.  

Төҙөүселәрҙең сираттағы эш башлауы бер кешенең ҡулға алыныуы менән тамамлана. Йорт хужалары  әйтеүенсә, уларҙың күршеһе ағастарҙы бысыуҙы туҡтатырға маташҡан, төҙөүселәр иһә ирҙең көс ҡулланыуын иҫбатлай. Нисек кенә булмаһын, мәсьәлә тирәләй бәхәс ҡуйырғандан-ҡуйыра.
Йорттар шәхси секторҙа урынлашҡанға күрә асфальт  юҡ, һыуҙы колонканан ташырға кәрәк. Ә төҙөлөш барған ерҙә туҡтауһыҙ ауыр техника йөрөй. Һөҙөмтәлә тирә-яҡ бысраған, юлдар таушалған. Хатта еңел автомобилдә  лә үтеп инерлек түгел, тип зарлана урындағы халыҡ.     
Был кешеләрҙең бәләһен уларға яңы йорттан торлаҡ биреү хәл итер ине һымаҡ. Әммә  ҡала етәкселеге билдәләүенсә, урындағы халыҡ менән уртаҡ тел табыуы ябайҙан түгел. Йорт хужалары менән ҡала хакимиәте тейешле компенсация хаҡында килешә алмай, социаль ҡуртым буйынса йәшәүселәр иһә теләһә ҡасан күсенә ала.  
Владимир Барабаш, Өфө ҡалаһы хакимиәте вәкиле: «Урындағы халыҡ менән бер нисә тапҡыр осрашыу үткәреп, хәлде аңлатып бирҙек. Уларға тик торлаҡҡа булған варианттарҙан оҡшағанын һайлап, күсенергә генә кәрәк».
Шәхси йортта йәшәүселәр күсенгәс, төҙөүсе ойошма төҙөлөштөң икенсе этабын башламаҡсы. Уға ярашлы, бында тағы бер күп ҡатлы йорт урынлашасаҡ, тәүгеһе иһә 2015 йылда файҙаланыуға тапшырылырға тейеш, унда бөтәһе 400-ҙән ашыу фатир буласаҡ.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку