Һөйкөмлө лә, нәзәкәтле лә, һылыу ҙа башҡорт ҡыҙы! 24.11.2014

Социаль селтәрҙәрҙә «Матурлыҡтың милли сығанаҡтары» тип исемләнгән проектта ҡатаншыусы «башҡорт ҡыҙы» киң популярлыҡ яулай. Видеояҙма геройы, яҡташыбыҙ Рушания Сабитова.

Рушания сығышы менән Әбйәлил районынан. Өфөлә белем алғандан һуң, ҡыҙ ҡытай телен өйрәнеү өсөн Мәскәүгә аспирантураға уҡырға ингән. Рушанияны «Матурлыҡтың милли сығанаҡтары» проекты авторҙары «Бәйләнештә» социаль селтәре аша табып, студияға саҡыралар. «Башҡорт икәнлегеңде нисек аңланың?», «Тап ошо милләттән булыуыңды нимә иҫбатлай?», «Нәмә менән ғорурланаһың һәм ниҙәр борсой?». Студиялағы әңгәмә барышында ҡыйыу ҡыҙ ошондай һорауҙарға яуап бирә. 4 минут самаһы дауам иткән әңгәмә ҡурай моңо аҫтында бара. «Матурлыҡтың  милли  сығанаҡтары» проекты донъялағы төрлө милләт гүзәл заттарының рухи донъяһы менән таныштыра.  Быйыл үҙенсәлекле  проект ЮНЕСКО ойошмаһы тарафынан да хуплау таҡан. Халыҡ-ара ойошманың Париждағы штаб-квартираһында  проектҡа арналған  күргәҙмә лә ойошторола. Бындай проекттарҙа башҡорт ҡыҙҙарының киң танылыу яулауы һөйөнөслө күренеш. Башҡорт ҡыҙҙары данын яҡлаусы яҡташыбыҙ Рушания Сабитова телефон аша һөйләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика