«Ҡыҙыл әтәс»кә ҡаршы - заманса техника

«Ҡыҙыл әтәс»кә ҡаршы - заманса техника 07.07.2016

Бөгөн Өфөнөң 8 март ҡасабаһының янғын һүндереү бүлегендә күп функциялы ҡотҡарыу машинаһы һынау  үтте.

Һыуҙың баҫымы 55 метр бейеклектә лә ерҙәге кеүек үк. Был күп функциялы ҡотҡарыу машинаһының  төп өҫтөнлөгө. Ун йыл дауамында янғын һүндереү идаралығы  хеҙмәткәрҙәренең авиация университеты менән берлектә эшләнелгән проектына патент алынған. Бындай ҡоролма Рәсәйҙә берәү генә.
Ут телдәренә ҡаршы көрәштә һәр минут һанаулы. Заманса ҡоролмалар менән эш иткәндә ҡыҙыл әтәсте ауыҙлыҡлауы күпкә еңел, тип билдәләй янғын һүндереүсе Илнар Хажиев.
Был уникаль ҡоролмала юғары баҫым аҫтында һыу менән һауа ҡушыла. Техника алты  ябай янғын машинаһын алмаштыра ала. Киләсәктә яңы техника өлгөһө өҫтөндә тикшеренеүҙәр үткәреп, уны тағы ла камиллаштырыу юлдары ҡарала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика