Һөйөнсө, яңы китап сыҡты!

Һөйөнсө, яңы китап сыҡты!  06.09.2014

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында  данлыҡлы дивизия хаҡындағы  китаптың исем туйы үтте.  

«Легендар, еңелеү белмәҫ 112-се…» Баҫма фәнни-документаль нигеҙҙә яҙылған. Ул архив материалдарына, хәтерләүҙәргә таянып төҙөлгән. Авторҙары - Совет Армияһы офицерҙары, Рәсәй һәм Башҡортостан журналистары союзы ағзалары Борис Малородов менән Наил Шәйәхмәтов. 200 данала рус телендә нәшер ителгән баҫмала башҡорт кавалерия дивизияһының яу юлы документтарҙа һәм фотоларҙа һүрәтләнә. Башҡорт атлылары яҙмышын бар ысынбарлығында халыҡҡа еткерергә теләү ошондай китап булып донъя күрҙе, ти авторҙар. Уларҙың артабанғы маҡсаты - генерал Шайморатовҡа Герой исеме биреүҙе юллау.
Борис Малородов, китап авторы: «Беҙ архивтарҙа башҡалар эҙләмәгән материалдарҙы таптыҡ. Китап ун йыл эсендә яҙылды. Тәүҙә дивизия хаҡында очерктар серияһы ғына килеп сығыр тип уйлағайныҡ. Сөнки архивтарҙа кәрәкле материалдар юғалған, башҡа дивизиялар тураһындағы документтарҙы ла өйрәнергә тура килде. Китап шуныһы менән ҡәҙерле: унда тәү тапҡыр Генераль штабтың оператив мәғлүмәттәре килтерелде. Советтар Союзында дивизия хаҡында айырым билдәләнеп үтеүе беҙҙең башҡорт атлыларының ни тиклем данлыҡлы булыуы хаҡында әйтеп тора».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика