Үҙ ҡулдары менән тыуҙырған мөғжизә 13.02.2016

Йәрмәкәй районында йәшәүселәр Шәйхрази Вәлиәхмәтовты уңған эшҡыуар ғына түгел, ә уникаль тарихсы булараҡ та яҡшы белә. Әле уның музей кәштәләре боронғо экспонаттар менән тулыланған. Әммә был халыҡ иғтибарына сығарылған әйберҙәрҙең бер өлөшө генә. Сөнки махсус бина булмай тороп барлыҡ ҡомартҡыларҙы ла күрһәтеү мөмкин түгел.

Шәйхрази Вәлиәхмәтов Йәрмәкәйҙә тәүгеләрҙән булып эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлаған. Йәш саҡтан фото менән мауығыуын иҫәпкә алып, ул үҙенең булмышын тап ошо тармаҡта күрергә теләй. 90-сы йылдарҙа үҙ салонын асҡан йүнселде бөгөн төбәктә белмәгән кеше һирәктер.  Сөнки район үҙәгендә урынлашҡан фотосалон халыҡта һәр ваҡыт ҙур ихтыяж менән файҙалана.
Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү беҙҙең ҡанда, ти  Шәйхрази Хажиғәли улы. Әлеге көндә йүнселдең бер туған ҡустыһы төҙөлөш материалдары менән һатыу итә. Ә күптән түгел генә ҡарындашы район үҙәгендә матурлыҡ салоны асҡан. Кәрәкле ҡорамалдар һатып алыу өсөн Рита Вәлихмәтоваға дәүләттән 300 мең күләмендә субсидия бирелгән.
Бер үк ваҡытта Шәйхрази Вәлиәхмәтов фотосалонда үҙенең музейын да булдырған. Унда борондан һаҡланып ҡалған бик күп экспонаттарҙы күрергә мөмкин. Улар араһында хатта, Бөйөк Ватан һуғышы әйберҙәрен дә күрергә була. Мәҫәлән, был немец үлсәгесен Йәрмәкәй һалдаты яу яланынан алып ҡайтҡан. Ҡайһы бер ҡомартҡыларҙы йүнсел хужа кешеләрҙән һатып ала. Шулай уҡ бүләк итеүселәр ҙә юҡ түгел.
Музейҙа һаҡланған экспонаттар менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың иҫәбе-хисабы юҡ.  Уларҙы ҡулға төшөрөү өсөн хатта, махсус рәүештә  алыҫ төбәктәрҙән килеүселәр бар.  Әммә бындай ҡунаҡтарға минең яуабым бер, ти эшҡыуар. Тарихи ҡомартҡыларҙы бер ниндәй аҡса ла алмаштыра алмай.
Әлегә тиклем бында экспонаттарҙың яртыһы ғына һаҡлана. Ни өсөн тигәндә, ҡалған ҡомартҡыларҙы ҡуйыу өсөн бүлмәнең бәләкәй булыуы ҡамасаулай. Шуға ла йүнсел киләсәктә яңы бина төҙөй башларға ниәтләй. Ул саҡта  әлегә тиклем халыҡҡа күрһәтелмәгән башҡа әйберҙә лә ҡарарға мөмкин буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика