Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Бөрө ҡалаһында Ағиҙел йылғаһы кисеүе ябылған

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Бөрө ҡалаһында Ағиҙел йылғаһы кисеүе ябылған 17.03.2015

Тағы ла өс урында халыҡ әлегә тура юлдан йөрөүен дауам итә. Атап әйткәндә, Ҡариҙел ауылында йылға аша сығыу әлегә хәүефһеҙ, тип иҫәпләнә. Ҡалын боҙ дүрт  тонна йөк күтәрә ала, бер яҡлы юлдың киңлеге 50, оҙонлоғо 300 метр.

Шулай уҡ Иҫке Йәнйегет ауылында ла Ағиҙел кисеүе ябылмаған. Оҙонлоғо бер саҡрымға етә яҙған кисеүҙә боҙҙоң ҡалынлығы 8 тоннаға тиклем йөк күтәреү мөмкинлеге бирә. Шулай уҡ  Кама йылғаһаның Николо-Березовка ауылы тапҡырында ла әлегә юл асыҡ. Белгестәр боҙ өҫтөндә транспорт сараларын туҡтатмаҫҡа, ҡараңғыла, көн боҙолғанда боҙға яҡын бармаҫҡа, һаҡланыу ҡағиҙәләрен боҙоп, уҙышмаҫҡа кәңәш итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика