Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы республика йылғаларында кисеү ябылыуы тураһында март башында уҡ хәбәр итте 01.04.2015

Талап үтәләме? Бөгөн ведомство хеҙмәткәрҙәре сираттағы рейдҡа сыҡты. Боҙ китер алдынан йыл һайын Ҡариҙел йылғаһында шәхси кәмәләр эшмәкәрлеге әүҙемләшә.  Законһыҙ нигеҙҙә улар көн һайын халыҡты резиналы, йә ағас кәмәлә бер ярҙан икенсеһенә ташый. Билдәле, рөхсәт ҡағыҙы, хәүефһеҙлек техникаһы талаптары үтәлмәй. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре халыҡты һаҡ булырға саҡыра. Бигерәк тә көн йылытҡанда йылға аша сығыу хәүефле.

Геннадий Колотик, Башҡортостандың бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекторы:
«Шәхси кәмә хужалары хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәй. Әле боҙ ҡуҙғалмаған. Һыу ятҡылыҡтарында  бөтә төр суднолар өсөн дә хәрәкәт итеү хәүефле».
Ә инде ай аҙағына республика төбәктәрендә йылға кисеүҙәре асыла. Тимәк, халыҡҡа навигацияны бер-нисә аҙна  самаһы көтөргә кәрәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика