Ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән  йорттарҙа капиталь ремонт сиратһыҙ үткәрелә 28.03.2017

Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең Президиум ултырышында белдерелде.

Күп ҡатлы йорттарҙа капиталь ремонтты ойоштороуға үҙгәрештәр индереү буйынса закон проекты менән Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса министры Сергей Афонин таныштырҙы. Өҫтәмәләргә ярашлы, теге йәки был өйҙә техноген йәки тәбиғи характерҙарғы ғәҙәттән тыш хәл йәки авария килеп тыуғанда ремонт шунда уҡ үткәрелергә тейеш. Төҙөкләндереү  төбәк операторы иҫәбенә башҡарыла, элек аҡса ғәҙәттән тыш фондтан бүленә ине. Бөгөн төбәк операторы ошо маҡсатта 200 миллион һум бүлергә әҙер, был сумма етмәгәндә сығымдар бюджет сығанаҡтарынан ҡаплана. Хөкүмәт Президиумы ултырышында шулай уҡ 2017 йылда ҡала парктарын тәртипкә килтереүгә субсидия бүлеү хаҡында ла һүҙ барҙы.
Сергей Афонин, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры: «Субсидияларҙы бүлеү ҡағиҙәләре  раҫланған. Тәү сиратта Бәләбәй, Кумертау, Белорет, Учалы, Благовещен кеүек моноҡалаларҙа парктарҙы тәртипкә килтереү, төҙөкләндереү ҡарала. Ошо маҡсатта  федераль бюджеттан 18 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә, тағы ла 4 миллион һумға яҡын аҡса республика ҡаҙнаһынан йүнәлтелә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика