Ғәҙәттә, Өфө тирәләй урынлашҡан төрлө баҡсасылар ширҡәттәре тураһында һүҙ сыҡҡанда, күптәр шунда уҡ уларҙы борсоған төрлө проблемаларҙы күҙ алдына килтерә 21.07.2015

Ә бына Өфө районының «Өршәк» баҡсасылар ширҡәтенә ҡараған Фомичев ауылында йәшәүселәр бар уңайлыҡтарҙы үҙ ҡулдары, тырышлығы менән тыуҙыра. Улар нисәмә йылдар буйына борсоған мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеп, тормошҡа зарланмай донъя көтә. Бар шарттар ҙа тыуҙырылып килгән төбәктә йәштәр ҙә күпләп йорт һала башлаған.

Ҡасандыр Шәкүровтар ғаиләһе уңайлыҡтар булмаған урында ер участкаһы алғанға үкенеп тә ҡуйған. Хәҙер барыһы ла башҡаса. Бәхетле ғаилә ике ҡатлы йорт һалып, унда һыуын да, зәңгәр яғыулығын да үткәреүгән. Исмаһам, хаҡлы ялда бындай шарттарҙы күреү оло шатлыҡ, ти Өфөнөң 115-се гимназияһы уҡытыусыһы.
Был ер участкалары 1992 йылда мәғариф өлкәһендә эшләгән 780 кешегә бүленгән булған. Тик бер ниндәй ҙә уңайлыҡтар булмағанға, баҡсаға тиклем биш саҡрым юлды йәйәү үтергә тура килгәнгә күрә, урында 126 ғына баҡсасы ҡала. 2008 йылға тиклем бында берс ара ла күрелмәй. Ширҡәттә рейдерлыҡ эше башлана. Әммә мәғариф ветерандары бергә тупланып, законһыҙ ер баҫып алыуҙы туҡтата. Берҙәмлегектә көс , тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр. Баҡсасылар аҙнаһына бер тапҡыр ошолай осрашып, борсоған мәсьәләләрен уртаға һалып һөйләшә. Һөҙөмтәлә урында бар проблемалар ҙа хәл ителә.
Баҡсасылар ширҡәтенең йәшәү шарты йылдан-йыл яҡшыра. Мәҫәлән, күптән түгел улар яһалма күл эшләүгә лә ирешкән. Иң тәрән урыны өс метрҙан да кәм түгел. Баҡсаға йәштәрҙең күпләп ултырыуын иҫәпкә алып, күңелле ял ойоштороу маҡсатында һәр яҙ һайын күлгә балыҡ та ебәрелә.
Баҡсасылар шулай уҡ ширҡәте тирәләй 16 видеокүҙәтеү камераһын урынлаштырыу, тирә-яҡты кәртәләп алып, шлагбаум ҡуйыу мәсьәләһен дә хәл итә. Йылдар буйына тынғы бирмәгән рөхстәһеҙ сүплектәрҙе лә алып ташлай. Ял көндәрендә бында йәмәғәт транспорты ла йөрөй. Башҡарылған эштәр исемлеген артабан да дауам итергә мөмкин. Ҡыҫҡаһы, өршәктәр башҡа баҡсасылар ширҡәтенә өлгө. Сағыштырып ҡарағыҙ - юл ситенең бер яғында үләндәр таҡыр итеп сабылһа, икенсе тарафты кеше бейеклегендәге дегәнәк, ала-бута баҫҡан. Ожмах һәр кемдең үҙ ҡулында, ти өлгөлө баҡсалылар ширҡәте ағзалары.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика