Һүтергә ярамай, һаҡларға!

Һүтергә ярамай, һаҡларға! 02.04.2015

Баш ҡалала боронғо йорттарҙың яҙмышын хәл итеү буйынса бәхәстәр ҡыҙа. Өтөрҙө лә һәр кем үҙ яғына тарта. Торлаҡ төҙөүселәр Өфөнөң тарихи үҙәгендәге ер участкаларына күҙе ҡыҙһа, халыҡ  архитектура сәнғәте һаналған йорттарҙы һаҡлау һәм реставрациялау яҡлы. Етәкселек ҡайһы яҡты хуплай?

Майя Владимировна үҙен Өфөләге иң матур йорттарҙың береһендә йәшәйем, тип һанай. Бейек таш йорттар араһында ултырған иҫке йортто иғтибарһыҙ  ҡалдырыу, ысынлап та, мөмкин түгел. Аксаков урамындағы өйҙәр революцияға тиклемге төҙөлөш сәнғәте өлгөләре. Тик бына «Һеҙҙең йортоғоҙ бушатыла» тигән яҙыу ғына  Майя Владимировнаны ҡайғыға һалған.
Майя Малина: «Әлбиттә, халыҡ иҫке йорттарҙа йәшәп йонсоған инде. Әммә архитектур ҡомартҡыларҙы һүтеүгә юл ҡуйырға ярамай. Уларҙы төҙөкләндереп оҫталар ҡалаһы эшләү ҙә яҡшы булыр ине. Баш ҡалабыҙҙың боронғо төҫө киләсәк быуын өсөн һаҡланып ҡалырға тейештер бит».
Майя Владимировнаға  йорт һүтеләсәк тип борсолаһы түгел. Сауҙагәр Анна Лопатина төҙөткән йорт баш ҡаланың мәҙәни мираҫ объекттары исемлегендә. Ул закон нигеҙендә һаҡлана. Ләкин ханымды башҡа боронғо йорттарҙың да яҙмышы әсендерә. Һәр тарихи ҡомартҡы ла бит был исемлеккә индерелмәгән. Майя Малинаның был хафаланыуын республика башлығы ла уртаҡлаша. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, барлыҡ боронғо йорттарҙы ла һаҡлап ҡалыу мөмкин түгел, шулай ҙа  иҫке Өфөнөң йөҙө һис шикһеҙ һаҡланырға тейеш.
Рөстәм Хәмитов архитектур ҡомартҡыларҙы асыҡлау һәм мәҙәни мираҫ объекттары исемлеген тулыландырыу  дауам итергә тейеш тип иҫәпләй. Юғиһә, төҙөлөш компаниялары етеҙерәк эш итә.
Александр Лебедев, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ кафедраһы доценты: «Боронғо Өфөнөң архитектур йөҙөн әҙ генә булһа ла һаҡлап ҡалыу өсөн төҙөүселәр менән көрәш алып барырға тура килә. Яңы йорттар әлбиттә кәрәк, әммә ҡала үҙәгендә үткән быуат рухында тотош бер квартал булһа туризм да үҫешер ине. Ҡала халҡына ял итерлек, һоҡланырлыҡ урындар ҙа булыр ине».
Рөстәм Хәмитов төҙөлөш сәнғәтен һаҡлау эшенә эшҡыуарҙарҙы йәлеп итеү кәрәклеген белдерҙе. Әле Өфөлә Пушкин һәм Цюрупа урамдары киҫелешендәге Сыуаш йәкшәмбе мәктәбе генә шәхси инвесторҙар ярҙамында икенсе һулыш алған. Бөгөн баш ҡалала тарихи ҡомартҡы һаналған меңгә яҡын йорт иҫәпләнә. Уларҙың өстән бер өлөшө генә мәҙәни мираҫ реестрында. Исемлек яйлап булһа ла йылдан-йыл тулылана.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку