Һөт эсһәгеҙ, һау-сәләмәт булырһығыҙ

Һөт эсһәгеҙ, һау-сәләмәт булырһығыҙ 02.02.2016

Әгәр ҙә бындай мөмкинлек булмаһа ни эшләргә? Республикала өс йәшкә тиклем балаларға  бушлай һөт ризыҡтары биреү мәсьәләһе киҫкен тора. Күп осраҡта аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр ҡоро ҡатнашмалар һәм бутҡалар ғына ала. Башҡортостанда берҙән-бер һөт кухняһы Өфөлә эшләй.

Әлиә Ғәлимова көн аралаш  улына һөт ризыҡтары ала. Кефир, йогурт, эремсекте улдары яратып ашай. Һөт кухняһын Ғәлимовтар сифатлы һәм ышаныслы продукция тәҡдим иткәне өсөн үҙ итә.
Өлкән улын да Әлиә Ғәлимова ошо кухняның ризыҡтарын ашатып үҫтергән. Һөт продукцияһына дәүләт яҡлауы булыуы -аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн бик мөһим. Ғаиләләргә ябай магазиндан  һөт ризыҡтары һатып алыу өсөн  айына ике мең һум  аҡса  түгергә кәрәк булыр ине.
Был лабораторияла һөткә ентекле анализ эшләнелә. Уның өсөн Клевер--2 аппараты ҡулланыла. Һөттәге ҡуйылыҡ, аҡһым һәм май миҡдары иҫәпләнелә. Май-3,2, аҡһым -3,ҡуйылыҡ -28 булғанда бындай  һөттән эремсек, кефир, йогурт етештереп була.
Технолог Гөлназ Миңлеғәлимова һөткә тейешле анализдарҙы үткәреп, махсус журналға теркәп бара. Тәү ҡарашҡа ябай күренгән приборҙарҙа һөттөң температураһынан алып торошона  тиклем бөтә тикшереүҙәр үткәрелә. Балалар сәләмәтлеге өсөн етештерелгән продукция сифатлы һәм техник талаптарға яуап бирергә тейеш.
Һөт ризыҡтарын ҡулланыу балаларҙың психик һәм физик һаулығы өсөн дә мөһим, ти, диетологтар.
Наилә Исламова, юғары категориялы табип-диетолог: «Был продукция балаларҙың аҡыл һәләтенә лә ыңғай йоғонто яһай. Һөт ризыҡтары сәләмәт балаларға ла, һаулығы ҡаҡшағандарға ла файҙалы. Ауырыуҙарға ҡаршы тороу һәләтен арттыра, эсәктәрҙең эшмәкәрлеген яҡшырта».
Әммә Башҡортостан һөт кухняларының күплеге менән маҡтана алмай. Берҙән-бер һөт кухняһы Өфөлә генә тороп ҡалған. Уныһы ла ҡала советы депутаттары ярҙамы менән. Бында йәш ярымлыҡ балаларға өҫтәмә рәүештә һөт, кефир, эремсек кеүек продукция бүленә. Ошо маҡсатта йыл һайын 25 миллион һум аҡса күсерелә. Был һәр балаға ай һайын 600-800- һум күләмендә продукция тигән һүҙ. Һөт кухнялары менән бәйле мәсьәләләрҙе   Бөтә Рәсәй халыҡ фронты ла  тикшерә.
Надежда Крылова, Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан төбәк штабы  рәйестәше: «Республикала ҡарарҙар бар, һатып алыуҙар башҡарыла. Ҡоро ҡатнашмалар ғына түгел, эремсек, әсетелгән һөт продукттары ла һатып алынырға тейеш. Һөт кухняларының булмауы эште тотҡарлай».
«Рәсәй федерацияһы граждандары һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре»  хаҡында 2011 йылдың 21 ноябрендә ҡабул ителгән федераль ҡанундың Б2 cтатьяһына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау министрлығы Белорет, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларындағы муниципаль берләшмәләргә һөт кухняларын һаҡлау һәм эшләтеү маҡсатында муниципаль предприятиелар булдырыу мәсьәләһен ҡуя. Был тәҡдим Өфөлә генә хуплау таба.
Белорет, Октябрьск, Стәрлетамаҡ, Өфө  ҡалалары балаларын һөт, кефир һәм башҡа әсе һөт аҙыҡтары менән тәъмин итеү өсөн муниципаль предприятиелар булдырырға тәҡдим ителә. Әммә был тәҡдимде Өфө ҡалаһы ғына хуплап сығыш яһай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку