«Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр тағы ла 68 исем менән тулыланды

«Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр тағы ла 68 исем менән тулыланды 13.11.2014

Бөгөн Республика Хөкүмәт йортонда 5 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе гүзәл заттарға дәүләт наградалары тапшырылды.

Балаларын лайыҡлы тәрбиәләп, яратҡан һөнәренә тоғро ҡалған әсәләр һоҡланыу уята. Улар араһында ашнаҡсы, бухгалтер, шәфҡәт туташы, уҡытыусы һәм башҡа һөнәр эйәләре бар. Башҡортостандың  28 район-ҡалаһынан килгән гүзәл заттарға «Әсәлек даны» миҙалын Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов тапшырҙы. Был юлы иң ҙур делегация Нуриман районынан килгән. 14 ханыма дәүләт наградаһы менән бергә 10 мең һум күләмендә матди ярҙам да бирелде. Тантананан һуң бүләкләнеүселәр иҫтәлеккә фотоға төштө.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку