Өҙәрем юл кешеләре 05.04.2016

Салауат районының Көҫәпәй һәм Яубүләк  ауылы халҡы юлһыҙ интегә.  Юл бынан егерме йыл элек һалына башлаған, әммә эш тамамланмаған. Йыл әйләнәһенә халыҡ ауылдан сыға алмай интегә.  Көҫәпәй ауылын  утрауҙа   ҡалдырып  Йүрүҙән, Бужый, Муҡша йылғалары аға.  Был хаҡта беҙ былтыр ҙа күрһәткәйнек. Проблема шул килеш ҡала, «боҙ» урынынан ҡуҙғалмаған. Өс йөҙгә яҡын кеше йәшәгән ауылға ни өсөн иғтибар юҡ?

Йүрүҙән йылғаһында бынан ун биш йыл элек төҙөлгән аҫылмалы күпер «тормош юлы» тиһәң дә була. Ошонан ауыл халҡы эшкә, балалар мәктәпкә йөрөй. Көҫәпәйҙән бында килеп еткәнсе ике саҡырым йәйәү атлай, Мәсетле ауылына, оло юлға сыҡҡансы тағы ике саҡырым тирәһе барырға кәрәк.
Күперҙе сыҡҡандан һуң да ауылға еңел генә барып етеп булмай. Кемдең мөмкинлеге бар яҡындарын «Нива» автомобилендә килеп ала, башҡа төр еңел машина үтерлек түгел. Юлһыҙлыҡтан тимер аттар йыш боҙола, тиҙәр. Былтыр Нил Динисламов халыҡ телендә «буханка» тип йөрөтөлгән машинаһында ҡаршы алғайны. Ныҡ кәрәк саҡта уныһы ла эшлектән сыҡҡан. Иртә һайын балаларға күрше ауыл мәктәбенә тиклем дүрт саҡырым йәйәү атларға тура килә. Яҡындағы Яубүләк ауылы ла ошондай хәлдә.
Көҫәпәй ауылы ҡарттары әйтеүенсә, юл бында бер ҡасан да булмаған. Урындағы халыҡ ыҙалап көн итә, ә янғын сыға ҡалһа, ашығыс медицина ярҙамы кәрәкһә был хеҙмәттәр утрауҙағы ауылға килеп етә алмаясаҡ. Өс йөҙ кеше йәшәгән ауылдың яҙмышына һаман да иғтибар булмауы борсой.
Көҫәпәй 2011 йылда республикала үткәрелгән конкурста «айыҡ» ауыл исеменә лайыҡ булған. Ғаиләләр тырышып донъя көтә. Яппаровтар, мәҫәлән, күп итеп мал аҫырай. Әле көн һайын 100 литр һөт һауыла. Тик продукцияны һатыу ғына килеп сыҡмай. Май аҙағынаса шулай дауам итә. Ер кипмәй тороп һөттө сығарып булмай, ти улар.
Проблеманы хәл итеүгә ынтылыш булған-булыуын. Бынан 20 йыл элек ауылдың икенсе яғынан биш саҡырым самаһы урап юл төҙөлә башлаған. Бынан район үҙәгенә юл ун биш саҡырымға алыҫыраҡ килеп сыға. Әммә урау булһа ла, юл яҡшы булыр ине лә бит.Әммә эш аҙағынаса еткерелмәгән. Юл үтә торған урындан ҡара тупраҡ ҡатламы алынып балсыҡ һалынған, уны күтәртеп ҡом түшәйһе генә ҡалған.
Бәләкәй йылға аша күпер ҙә бар. Ул файҙаһыҙ һауала аҫылынып тора.Күпергә юл тоташтырыу мәсьәләһен ауыл хакимиәте бынан ике йыл элек ҡуҙғатҡан. Бер- нисә миллион түләп проект эшләткәндәр, уға ярашлы, юл асфальт булырға тейеш.
Бар мәсьәлә аҡсаға барып төртөлгән. 102 миллион һум булһа, Көҫәпәй менән Яубүләк ауылдары юллы буласаҡ һәм ниһайәт, егерме беренсе быуатта улар кешесә йәшәй аласаҡ.
Мең дә бер бәлә менән көн итеүсе ауыл халҡы был проблемаға, бәлки, республика хөкүмәтенән ярҙам булыр тип өмөт итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика