Һүрелмәгән өмөттәр

Һүрелмәгән өмөттәр 21.05.2015

Өфөлә йәшәүсе Рауза Хәбибуллина Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған бер туған ағаһының ҡәберлеген Белоруссия ерендә тапты. Быға тиклем уның ҡайҙа ерләнеүе билдәһеҙ булған. Төрлө инстанцияларға иҫәпһеҙ мөрәжәғәттәр аша тик етмеш йыл үткәс кенә яҡташыбыҙҙың туғандар ҡәберлегендә ерләнеүе асыҡлана.

Рауза Хәбибуллина бер туған ағаһын үҙ күҙҙәре менән күрмәһә лә, туғандары һөйләүе буйынса сырамыта. Уның ҡулында  фронттан килгән берҙән-бер фото менән ҡара хат ҡына һаҡлана. Нурулла Хәлиулла улы 10-сы синыфты тамамлағас та , 1942 йылда Бөйөк Ватан һуғышына алына. Һәм үкенескә, кире әйләнеп ҡайтмай... Яу ҡырында ятып ҡалған бер туған ағаһының ҡәберлеген табыу теләге Рауза Хәбибуллинаға ғүмере буйы тынғы бирмәй. Төрлө инстанцияларға яҙған хаттарының  иҫәбе-һаны юҡ.
Рауза Хәлиулла ҡыҙы Бөйөк Еңеүҙең 70-се яҙын билдәләгәндә Белоруссияға юллана. Урындағы халыҡ яҡташыбыҙҙы бик йылы ҡаршы ала. Туғандар ҡәберлегендә ерләнгән ағаһын бер минут тынлыҡ менән хөрмәтләп иҫкә ала.
Рауза Хәбибуллина хәҙер, фотола бергә төшкән яугирҙы ла табырға хыялана. Төрлө ҡалаларға, архивтарға хаттар ебәргән дә инде. Хәҙер ул ағаһы рухына тыуған Дүртөйлө районында музей асыу ниәте менән яна.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика