Һәр йортҡа газ ҡаҙанлығы 27.03.2017

Әбйәлил районы ауылдарында халыҡты борсоған төп проблема - йылытыу системаһы яңыртыла башланы. Әле Красная Башкирия, Яҡтыкүл ауылдарында заманса газ ҡоролмалары урынлаштырлған. Красная Башкирия ла тулыһынса бюджет иҫәбенә, ә Яҡтыкүлдә халыҡ та үҙ өлөшөн индергән. Киләсәктә  район үҙәге Асҡарҙа ла эш башланырға тейеш.  Йылытыу системаһы күп ҡатлы йорттар менән бер рәттән социаль объекттарҙа ла яңыртыла.  

Яңы ҡаҙанлыҡ, заманса радиаторҙар, иҫәпләү ҡоролмалары. Фатир хужаларының ҡыуанысының сиге юҡ. Сөнки күп ҡатлы йорттарһҙа йәшәүселәр оҙайлы йылдар дымлы, еүеш фатирҙарҙа көн күрә, ҡыш көндәре иһә өйҙәге температура 12-13 градустан үтмәй.  Сөнки  үҙәкләштерелгән йылытыу системаһы ныҡ иҫкерә. Бөтә республикаға билдәле Красная Башкирия совхозында  ике ҡатлы йорттар  60-сы йылдарҙа уҡ һалынған була.  
Красная Башкирия ауылынан тыш йылытыу системаһы Яҡтыкүл ауылында ла алмаштырыла. Ошо маҡсатта республика һәм район бюджетынан  80 миллиондан һум аҡса йүнәлтелә, халыҡ та үҙ өлөшн индерә.  
Иҫке трассалар  ҡыш шартлап аварияларға ла килтерә.  Икенсенән, боронғо ҡоролмалар иҡтисади яҡтан отошһоҙ, улар газды күп яндыра. Хәҙер иһә түләү хаҡы ла кәмегән.
Йылытыу системаһының сафтан сығыуы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурыстарҙың артыуына ла килтерә,  халыҡ ризаһыҙлыҡ белдереп түләүҙән баш тарта. Хәҙер инде был проблема артта, һәр йорттоң үҙ ҡаҙанлығы. Киләсәктә ремонт эштәре район үҙәгендә лә башланасаҡ. Күп ҡатлы йорттар менән бер рәттән социаль объекттарҙың да йылытыу системаһы яңыртыла.
Йылытыу системаһын яңыртыу артабан да дауам итәсәк. 2021 йылға тиклем Башҡортостандың 30 районындағы 45 ауылда заманса ҡаҙанлыҡтар урынлаштырыу ҡаралған.  Ошо маҡсатта  төрлө кимәлдәге бюджеттан  1 миллиард  һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика