Һәр йортҡа айырым газ ҡаҙанлығы 06.07.2015

Әбйәлил районының Красная Башкирия  ауылында урындағы халыҡты борсоған төп проблема хәл ителә башланы. Әле  күп ҡатлы йорттарҙа һәм социаль объекттарҙа  газ ҡоролмалары урынлаштырыла. Төҙөкләндереү эштәренә республика ҡаҙнаһынан 60 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән.  

Яңы ҡаҙанлыҡ, заманса радиаторҙар, иҫәпләү ҡоролмалары.  Хәйбуллиндар   уларҙы әлегә тоҡандыра ла, көйләй ҙә белмәй, әммә фатир хужаларының ҡыуанысының сиге юҡ. Сөнки   күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр  оҙайлы йылдар буйы дымлы, еүеш фатирҙарҙа көн күрә,  ҡыш көндәре өйҙәге йылылыҡ ҡайһы берҙә 12-13 градустан да үтмәй.  Бигерәк тә аяҡтан яҙып  ултырған  әсәйем ыҙаланы, ти Гөлсәсәк ханым.
Красная Башкирия  Әбйәлилдәге иң ҙур ауылдарҙың береһе. Бөтә республикаға билдәле совхозға заманында халыҡ күпләп йәшәргә килә. Тап шул  ваҡытта ике ҡатлы йорттар һалына, үҙәкләштерелгән  йылытыу системаһы  һуҙыла. Әммә йылдар үтеү менән   ҡоролмалар сафтан сыға. Берҙән, ҡышын иҫке  трассалар шартлап аварияларға килтерһә, икенсенән боронғо ҡоролмалар иҡтисади яҡтан да отошһоҙ, улар газды күп яндыра.
Йылытыу системаның сафтан сығыуы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурыстарҙың артыуына килтерә. Халыҡ   ризаһыҙлыҡ күрһәтеп түләүҙән баш тарта башлай.  Хәҙер  инде был проблема артта, һәр йорттоң үҙ ҡаҙанлығы.
Йорттарға торбалар үткәреү генә түгел, фатирҙарға  яңы ҡоролмалар  ҡуйыу өсөн дә аҡса  республика ҡаҙнаһынан бүленгән.  Фатир хужаларына инде  заман уңайлығына ҡыуанып йәшәргә генә ҡала.
Ауылда йылытыу системаһын алмаштырыу өсөн  республика ҡаҙнаһынан 60 миллион һумға яҡны аҡса бүленгән. Яңы ҡоролмалар  19 ике ҡатлы йортта һәм социаль учреждениеларҙа урынлаштырыла. Төҙөкәндереү эштәрен тәүге һалҡындар төшкәнсе йәғни сентябрҙә үк тамамлау ҡарала.
Рәмзиә  Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика