Һәр төбәктә хәтер акциялары үтә, фронт һәм тыл ветерандары исеменә ихлас ҡотлауҙар яңғырай 09.05.2016

Бынан тыш, ил төбәктәрендә бөгөн «Үлемһеҙ полк» акцияһы ла үтә. Өфөлә, мәҫәлән, быйыл был күләмле патриотик сарала 50 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.

Октябрь проспекты тотошлай ҡулдарына Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының фотоларын тотҡан халыҡ менән тулы. 50 меңдән ашыу кеше, тигеҙ сафтарға теҙелешеп, «Үлемһеҙ полк»ты тергеҙҙе. Был һүрәттәрҙә Еңеү көнөн яҡынайтҡан һалдаттарҙы, ал-ял белмәй тылда эшләгән ҡатындарҙы күрергә була. Уларҙың һәр береһе үҙ ғаиләһенең, нәҫеленең төп геройы.  
Ғәҙәттәгесә акцияла йәштәр күп. Балалар ата-олатайҙарының сағыу миҫалында тәрбиәләнә, уларҙың эҙҙәре буйлап бөгөнгө йәштәр тыуған илен, ерен һөйөргә өйрәнә. Акцияның төп маҡсаты ла шул, ул иңгә-иң терәшеп Еңеү яулаған төрлө милләттәрҙе берләштерә, геройҙарҙың хәтерен мәңгеәштерә.
«Үлемһеҙ полк» Өфөнөң дәүләт циркы янынан башланып, Ленин майҙанына тиклем дауам итте. Бында акцияла ҡатнашыусыларҙы сәстәренә сал төшкән яугирҙар ҡаршы алды. Ҡанлы һуғыш килтергән ҡыйынлыҡтар тураһында уларҙан да яҡшыраҡ белеүселәр юҡтыр. Утлы йылдарҙың йән өшөтөрлөк ҡурҡыныстарын фронттағылар ҙа, тылдағылар ҙа тулыһынса тәтегән.
«Үлемһеҙ полк» акцияһы тамамланыуына ҡарамаҫтан бер кем дә таралышырға ашыҡманы. Халыҡ кемуҙарҙан бер-береһен оло байрам менән ҡотланы, кешеләр фашистарҙы ҡыйратыусыларға Еңеү символы булып торған ҡәнәферҙәр бүләк итте. Иң дәртлеләр, 71 йыл элек һуғыш тамаланыуы тураһында хәбәр алған һалдаттар кеүек, гармун көйҙәренә бейеп тә алды.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика