Ғәрәсәттән һуңғы тормош

Ғәрәсәттән һуңғы тормош 18.10.2014

Быйыл августа республиканың төньяҡ-көнбайышында дауыл ҡубыу сәбәпле, тиҫтәләрсә йорт-ҡура ер менән тигеҙләнде.  Айырыуса Краснокама, Яңауыл райондары ҙур зыян күрҙе. Һалҡындар алдынан халыҡ  ышыҡһыҙ тороп ҡалды. Әммә республика етәкселеге ярҙамы менән бәләгә тарыған халыҡ һалҡын көндәрҙе йылы йорттарҙа ҡаршылай.  

Демьяновтар ғаиләһе ике ай мунсала йәшәй. Йыуыныу бүлмәһен улар йоҡо урынына ҡулайлаштырған. Мебелдән эләүкә лә эскәмйә генә. Торлаҡ  электр мейес менән йылытыла.  Донья яңылыҡтарынан ситтә ҡалмаҫ өсөн стенаға телевизор ҙа элгәндәр. Ә мунса соланы аш бүлмәһенә әйләнгән. Ғаилә әлегә ошо рәүешле көн итергә мәжбүр. Ғүмер буйы йыйған мөлкәттәре лә  ғәрәсәттән һуң  мунса соланына ғына  һыйған.  Көслө өйөрмә йорттоң  8 бүрәнәһен алып киткән. Ә бына икона мөғжизә менән тере ҡалған.
Ғаилә ошо арала яңы йортҡа күсергә әҙерләнә. Республика президенты ҡушыуы буйынса дауыл һөҙөмтәһендә йортһоҙ ҡалған ғаиләләргә бөгөн дәүләт ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаға өйҙәр һалына. Яңы торлаҡты 40 көн эсендә күтәргәндәр. Әле өйҙөң эсендә һуңғы эштәр башҡарыла. Тәҙрәләр нығытыла, электр уты үткәрелә. Төҙөлөш барышын күҙәткән хужабикә эштән ҡәнғәт.
Ә бына Демьяновтарҙың ауылдаштары яңы өйгә бер аҙна элек күскән. Сөнки йәш балалы ғаиләнең башҡа торор урыны юҡ. Йорт тулыһынса төҙөлөп бөткән, стеналарға обой йәбештерелгән, ишектәрҙе ҡуйырға ғына ҡалған. Ғәрәсәттә емерелгән иҫке йорт урынына  бөгөн Николаевтарға дәүләт ярамы менән  43 квадрат метр ҙурлығында яңы торлаҡ күтәрелгән.  Ошо арала 2 йәшен тултырған Тимофей өсөн был иң ҙур бүләк тип ҡыуана ғаилә.
Күсенеү мәшәҡәттәре менән мәшғүл ғаиләләр бөгөн дауыл тураһында онотҡан да кеүек. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 29-сы августа ҡупҡан ғәрәсәттән Краснокама, Яңауыл райондарында барлығы 500-гә яҡын йорт, мәктәп һәм социаль объекттар зыян күрҙе.  Улар электр уты  һәм зәңгәр яғыулыҡһыҙ ҡалды.  Дауыл аңғармаҫтан башланып, бер-нисә минут эсендә донъяның аҫтын-өҫкә килтергән. Йөк машиналарын һауаға күтәреү, өр-яңы йорттарҙы ер менән тигеҙләү көсөнә эйә дауылды  2-се дәрәжә ҡатмарлыҡтағы торнадо тип атаны белгестәр. Ғәрәсәт ике кешенең ғүмерен өҙҙө, Яңауыл үҙәк дауаханаһына тиҫтәләрсә кеше ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Өйөрмә сыҡҡандың икенсе көнөндә үк төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарында булды. Ул тулыһынса емерелгән йорттарҙы яңынан төҙөргә, зыян күреүселәргә дәүләт ҡаҙнаһынан ярҙам күрһәтергә ҡушты.
Дауылдан һуң районда  ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Ошо осорҙа республиканың төрлө район-ҡалаларынан, күрше төбәктәрҙән килгән ҡотҡарыусылар, элемтә белгестәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре эшләне. Ҡарый һәм Яныҡтай ауылдарында барлығы 170 йорт төҙөкләндерелгән.
Әммә урында юғалтыуҙарҙы иҫәпләүсе комиссия эше менән ҡәнәғәт булмаусылар ҙа табылды. Яңы төҙөлгән йорттоң ябыла башлаған ҡыйығын дауыл алып киткән. Дәүләт был  юғалтыуҙарҙы ҡаплаған. Әммә ярҙам бик аҙ , ти ғаилә.
Ниндәй генә ярҙам күрһәтмә, риза булмаусылар һәр эштә лә табыла.   Шулай ҙа урындағы халыҡ төҙөкләндереү эштәренән ҡәнәғәт, һәр хәлдә ҡышҡы һалҡындарҙа бер нимәһеҙ урамда тороп ҡалыусылар булмаясаҡ. Ауыр хәлдә Краснокамаларға бар республика халҡы ярҙам ҡулын һуҙҙы. Көс берҙәмлектә булыуын кешеләр тағы ла бер иҫбат итте.
Ҡарый ауылында дауыл һөҙөмтәһендә тулыһынса емерелгән 34 йорт бөгөн яңынан төҙөлгән. Әле урында эш ҡайнай. Йорттарға электр уты ебәрелгән. Киләһе аҙнала өйҙәргә зәңгәр яғыулыҡ үткәрергә ниәтләйҙәр. Халыҡ ҡышты яңы йорттарында сығырға әҙерләнә.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку