Ғәрәсәт урынында тәүге нигеҙ ташы

Ғәрәсәт урынында тәүге нигеҙ ташы 03.09.2014

Бөгөн Краснокама районының Ҡарый ауылында  дауылдан  зыян күреүселәр өсөн өйҙәр һалына башланы. Хәбәр итеүебеҙсә, 29-сы август  Яңауыл, Краснокама, Ҡалтасы райондарында  көслө ҡойон йөҙҙәрсә кешене йортһоҙ ҡалдырҙы. Әле төбәктә емереклектәрҙе тергеҙеү бара. Бөгөн  төҙөкләндереү барышын Рөстәм Хәмитов та ҡараны.

Максимовтарҙың ғаиләһен үлемдән кирбес мейес кенә ҡурсалап ҡала. Ҡойон өйҙөң ҡыйығын, бар йыһазды осора башлағас Людмила ханым ҡыҙын һәм 9 айлыҡ ейәнсәрен алып  мейескә барып йәбешә.
Әле ғаилә ваҡытлыса йәшәү урынына оҙатылған. Людмила Максимова үҙе  эш урынын юғалтыуҙан ҡурҡып  ауылда ҡалған. Рөстәм Хәмитов  зыян күреүселәрҙе ваҡытлыса эштән бушатып торорға һәм уларҙы йөрөтөү өсөн   транспорт бүлергә ҡушты.  Ҡарый ауылында тәбиғәт ғәрәсәтенән 100-гә яҡын йорт зыян күргән,   һарайҙар, гараждар иһә бөтөнләй сафтан сығып емереклек өйөмөнә  әйләнгән...
Ҡойон һанаулы ғына минуттар эсендә  өйҙәрҙе ер менән тигеҙләй, йорттар урынында  мейестәр генә һерәйеп тороп ҡала.  Көслө дауыл  хатта, бетон бағаналарҙы һауаға күтәрә,  ағастарҙы тамырынан йолҡоп ташлай.  Мәҫәлән, ошо ,,Газель" автомобиле 50 метр тирәһе осоп барып төшә. Ҡапҡа ябырға тип сыҡҡан бер кеше  емереклектәр аҫтында ҡалып һәләк була.
40-йылға яҡын уҡытыусы булып эшләгән Ирина Карлованың ғаиләһе 7 йыл элек кенә  өй туйлаған була. Ғаилә  был йортто ун йыл буйы төҙөй.  Әммә өйөрмә мөлкәтте аямай, ҡыйыҡты, бар йыһазды осороп алып китә.  Карловтар  бер айлыҡ игеҙәк сабыйҙарын  һауаға күтәрелә яҙған еренән тотоп алып ҡала.
Әле ғаилә  гаражда йәшәй, урамда туҡлана.   Комиссия өйҙө төҙөкләндерергә ҡарар иткән. Әммә Карловтар ҡойондан һуң ҡалтырап торған өйҙө емереү яғында. Рөстәм Хәмитов бындай  осраҡтарҙа яңы өй һалырға ҡушты.
Әле   Ҡарыйҙа  Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 40 берәмек техникаһы, 200-ҙән ашыу  ҡотҡарыусы эшләй. Бында  Волга буйы федераль округына ҡараған бүлексәләрҙән дә ярҙамға килгәндәр. Район хакимиәтенең штабы булдырылған.  Эшкә  Нефтекама машиналар эшләү колледжы  студенттары ла ҡушылды. Бөгөн  ауылда яңы йорттарға нигеҙ  һалына башланы. Республика етәксеһе  төҙөкләндереү эшен оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа ҡушты.
Краснокамалар менән бер рәттән көслө өйөрмәнән Ҡалтасы районы, Яңауыл районының Кониг ауылы, ҡаланың Көнсығыш биҫтәһе лә зыян күрә. Бында ла  ҡойон  йорт -ҡураның ҡыйығын  алып осора, ҡоймаларҙы  емерә, хатта,  йөк машиналарын әйләндерә. Көтлмәгән хәлдән кешеләр баҙап ҡалған. Республика етәксеһе  халыҡҡа аңлатыу эштәрен әүҙемләштерергә, ҡазаға тарыусыларҙың һәр береһенең проблемаһын шәхсән ҡарарға ҡушты.
Рөстәм Хәмитов халыҡтың бар мөрәжәғәттәре лә  ҡәнәғәтләндерелергә, үтенестәре иҫәпкә алынырға тейеш тип билдәләне. Әле ғәрәсәт үткән ауылдарҙа  хосусилаштырылмаған өйҙәрҙе теркәү, документтарҙы теүәлләү алып барыла. Зыян күреүселәргә 5 мең һум күләмендә матди ярҙам таратыла, емереклектәр сығарыла, йылы аш, йәшәү урындары ойошторолған. Сит кешеләрҙең ҡазаһына битараф булмаусы ябай кешеләр ҙә күп.
Ҡойондан күрелгән зыян күләме 150 миллион һумға яҡынлаша. Республика етәксеһе әйтеүенсә, бәләгә тарыусыларҙың береһе лә ярҙамһыҙ ҡалырға тейеш түгел, яңы йорттар  яҡын арала файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку