Һәр нәмәнең үҙ матурлығы була

Һәр нәмәнең үҙ матурлығы була 05.01.2016

Быны Дыуан районының Вознесенка ауылында йәшәүсе Сергей Сирота үҙ миҫалында   иҫбатлай. Замандашыбыҙ шәхси музейында донъяның төрлө мөйөштәренән таштар йыя, уның коллекцияһы мең берәмектән ашҡан. Бынан тыш, Сергей Сирота йәшмә, гранит, мәрмәр һәм башҡа таштарҙан картиналар ҙа эшләй.

Сергей Сиротаның коллекцияһындағы иң бороңғо таш тәү ҡарашҡа үтә лә ябай. Уның бер ниндәй ҙә матурлығы юҡ, ләкин был минерал ташбыуат шаһиты. Уға 4 миллиард йыл самаһы. Таш бәлки динозаврҙар эҙен дә һаҡлайҙыр. Коллекционер Сергей Сирота уны Силәбе өлкәһенең Карандаш тауында табып алған, һәм хәҙер таш коллекцияның төп биҙәге.
Сергей Сирота, коллекционер: «Беҙҙе уратҡан таштар, минералдар кристаллдар - бөтәһе лә ошо ҡара матдәнән барлыҡҡа килгән. Был турала уйлаһаң иҫек китерлек!»
Һөнәре буйынса геолог Сергей Сирота таштарҙы 30 йыл самаһы йыя. Коллекцияһын ул Ҡырымда тулыландыра башлай, аҙаҡ эш буйынса Башҡортостанға килгәс шөғөлөн бында дауам итә. Уны археологик байлығы менән Урал тауҙары әсир итә. Сергей Сирота коллекционер ғына түгел, ул үҙендә һаҡланған һәр таш тураһында тулы мәғлүмәткә эйә, сәғәттәр буйына лекциялар уҡыу ала.
Бына мәҫәлән ҡор, ә бында ҡытай ҡатыны, икенсеһендә яңғыҙ ағасты күреп була. Йәй коллекционер таштар йыя, ә ҡыш уларҙы өйрәнә, оҫтаханаһында картиналар эшләй. Һәр ижад өлгөһөнә бер нисә ай ваҡыт талап ителә. Картиналарын Сергей Сирота бүләк итә, һатыуға ла сығара.
Сергей Сиротаның музейы районда ғына түгел, сит тарафтарҙа ла билдәле. Таштар менән танышыу теләген сит ил ҡунаҡтары ла белдерә. Дыуандың туристик маршруты мотлаҡ уның ижад емештәре аша үтә.
Светлана Серебрянникова, Вознесенка ауыл биләмәһе башлығы: «Беҙҙең районда матур урындар байтаҡ. Билдәле булыуынса бынан йыраҡ түгел «Мәңгелек оран» фильмын төшөргәндәр, унда туристар күп килә, юл ыңғайы 400 йыллыҡ ҡарағай ҙа бар. Ләкин таштар музейы иң ҙур ҡыҙыҡһыныу уята тиеү бер ҙә хата булмаҫтыр».
Музейҙа аҫыл таштар ҙа етерлек. Күҙ яуын алырҙай зөбәржәт, аквамарин, мәрйендәр утта уйнап, балҡып тора. Айырыуса улар мәктәп уҡыусыларында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Йәштәр өсөн Сергей Сирота мауыҡтырғыс сәйәхәттәр ойоштора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку