Һәр фронтовиктың, тыл эшсеһенең батырлығы үҙе бер китапҡа торошло

Һәр фронтовиктың, тыл эшсеһенең батырлығы үҙе бер китапҡа торошло 05.03.2015

Өфөлә йәшәүсе Рәүиә менән Харисйән Гәрәевтар һуғыш, тыл һәм хеҙмәт ветерандары.

Рәүиә Гәрәева икмәк ҡәҙеренең ни икәнлеген яҡшы белә. «Бөтәһе лә фронт өсөн! Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» лозунгы аҫтында ул тылда фиҙаҡәрлек күрһәткән быуындан. Аслыҡ, яланғаслыҡ аша үтеп бөгөн тормош иптәше менән бергә ғүмер кисергән бәхетле ҡартлыҡҡа әле булһа ҡыуанып бөтә алмай. Икәүҙән икәү донъя көткән ғаилә тормоштоң үҙ яйы менән көн итә.
Хужабикә ҡоймаҡ ҡойғанда Харисйән Гәрәев һаҡ ҡына баҫып тальян гармун төймәләрен һанай. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны хәҙер кәр киткән, ҡасандыр күҙ бармаҡҡа эйәрә алмай торғайны, тип хәтерләй. Дүрт балаға ғүмер биргән һуғыш, тыл һәм хеҙмәт ветерандарының бигерәк тә ҡыҙы, кейәүе менән күҙ уңынан ысҡындырмай. Көн дә тиерлек хәлдәрен белешеп тора. Харисйән Гәрәев Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағынаса яу юлын үткән кеше. Совет илен фашист илбаҫары баҫып алған ҡалаларҙы азат итеүҙә ул Сталинградтан Балтика илдәренә тиклем барып етә. Бөйөк Еңеү яҙын Германияның Гамбург ҡалаһында ҡаршылай. Хәҙер ул ҡәһәрле йылдарҙы күкрәктә сыңлаған орден-миҙалдар, башта ҡалған ҡаты яра ғына хәтерләтә. Ә буласаҡ тормош иптәшен Харисйән Гәрәев тыуған төбәгендә осратып, 1948 йылда өйләнә.
Тыуған Борай районында төпләнгән йәштәр хеҙмәт юлын ауыл хужалығына арнай. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күргән сал сәсле ветерандар үҫеп килеүсе быуынды тик фәһемле кәңәштәре менән генә ҡыуандыра. Уларҙың теләге бер ғүмер ҡәҙерен белеү.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика