Һәр балаға ата-әсә

Һәр балаға ата-әсә 24.08.2015

Республиканың баш ҡалаһы «Видеопаспорт» Бөтә Рәсәй мультимедия программаһына ҡушылды. Уның сиктәрендә етем бала тураһында видеоролик төшөрөү ҡаралған.

Был клиптар «Видеопаспорт нөктә ру» сайтында урынлаштырыласаҡ. Әлеге интернет-ресурста аҫрауға бала алырға теләүсе ата-әсәләр улар тураһында тулы мәғлүмәт таба ала. Бынан тыш, видеороликтар Беренсе каналдың «Һеҙҙең балағыҙ буласаҡ» тапшырыуында күрһәтеләсәк. Әле проектта Өфөнөң 24 интернат тәрбиәләнеүсеһе ҡатнашҡан, уларҙың 4-һе ғаилә тапҡан да инде. Видеопаспорт етем балаларҙы ғаиләләргә урынлаштырыу эшен тағы ла әүҙемләштерер тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку