Һүндереүе ҡыйын булған янғындарҙың күпселеге урмандарҙа сыға

Һүндереүе ҡыйын булған янғындарҙың күпселеге урмандарҙа сыға 08.05.2015

Әммә уның сәбәбе йыш ҡына баҡса участкалары  хужаларының һаҡһыҙлығына бәйле.

Өфөнөң  Калинин районында ла үлән янып китеү осраҡтары йыш күҙәтелә.  Республика Хөкүмәтенең «Янғын хәүефһеҙлеге буйынса махсус режим» тураһындағы ҡарарын үтәү өсөн күнекмәләр йыш үткәрелә.
Олег Проскурин,Өфөнөң калинин районы граждандарҙы һаҡлау  идаралығы етәксеһе: «Маҡсат - урман янғындарын иҫкәртеү. Калинин районында баҡсасыларҙың 130 ширҡәте бар. Яҙ улар ҙур хәүеф тыуҙыра. 2010 йылдың йәйендә баҡсасылар сығарған янғындар ҙур һабаҡ булды. Күнекмәләр уңышлы үтә. Базилеевка ауылында урынлашҡан янғын һүндереү часынан был юлы ла тиҙ килеп еттеләр».
Баҡса өйҙәренең тығыҙ урынлашыуы ла утты һүндереүҙе ҡыйынлаштыра. Шуның өсөн Граждандарҙы һаҡлау идаралығы  янғын һүндереү буйынса ирекле дружиналар эшмәкәрлеген яңыртыу тәҡдиме менән сыҡты. Арттырылған штрафтар урманда усаҡ яғыу, ихаталарҙа һәм баҡсаларҙа сүп яндырыуға ҡаршы йүнәлтелгән иң ҡәтғи сараларҙың береһе булып ҡала.
Александр Айдимиров, Өфөнөң калинин районы янғындарҙы  иҫкәртеү бүлеге етәксеһе:  «Штрафтар күләме арттырылды. Усаҡ яҡҡан, сүп яндырған өсөн протокол төҙөлөп 2 меңдән 4 мең һумғаса штраф һалына».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку