Һөнәрселәр ҡалаһына сәйәхәт

Һөнәрселәр ҡалаһына сәйәхәт 11.12.2014

Бөгөн Өфөнөң 28-се махсус коррекция мәктәп-интернаты уҡыусылары  бөгөн баш ҡала сауҙа үҙәктәренең береһендә урынлашҡан уйын майҙансығында булды.

Бында төрлө һөнәрҙәрҙең үҙенсәлектәре менән танышырға мөмкин.  Мәҫәлән, супермаркетта  үҙеңде һатып алыусы йәки һатыусы ролендә һынап ҡараһаң, банкта иһә  аҡса эшләргә, телестудияла фильмдар төшөрөргә була. Кескәйҙәр айырыуса дауахана менән ферма мөйөшөндә булашырға ярата. Был бүләмләрҙә барыһы ла ысынбарлыҡта һымаҡ. Теркәү  үтеп медицина кенәгәһе астырғандан һуң ғына табипҡа эләгергә, диагнозыңды, дауалау ысулын белергә мөмкин. Ә бына фермала йәшелсә-емеш йыйырға, хатта һыйыр һауып ҡарарға ярай.
Коррекция мәктәбе уҡытыусылары әйтеүенсә,  күреү һәләтен юғалтҡан һәм насар күргән балалар өсөн был  экскурсиялар бик әһәмиәтле. Улар интернат стенаһынан  сығып үҙҙәрен үҙаллы тоторға өйрәнә, тормошҡа яраҡлаша, фекерләү ҡеүәһен, зиһенен үҫтерә. Икенсенән, ыңғай тәьҫораттар уларҙы дауалауҙа ла ярҙам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку