Һөнәри бурыстарын намыҫ менән үтәүселәр онотолмай 17.04.2015

Бөгөн Өфөлә вазифаһын башҡарғанда һәләк булған янғын көрәшселәре иҫтәлегенә митинг ойошторолдо.

2003 йылда Өфөлә һөнәри бурысын башҡарған ваҡытта һәләк булыусы янғын һүндереүселәргә арналған стела асыла. Унда тәүҙә 47 исем уйылған булһа, хәҙер уларҙың һаны 60-ҡа еткән. Был кешеләр янғын эҙемтәләрен бөтөрөү ваҡытында һәләк булған. Хеҙмәттәштәре ҡаһарман иптәштәрен онотмай.
Сарала шулай уҡ Еңеү байрағы эстафетаһы старт алды. Ҡәҙерле  реквизиттың копияһы Башҡортостан буйынса  Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы бүлектәре һәм профилле белем биреү усаҡтарын урап үтеп, 9 майҙа Өфөләге парадта ҡатнашасаҡ. Эстафетаны Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 45-се  йылғы Еңеү парадында ҡатнашыусы Ғәли Тимеров башлап ебәрҙе.  
Ғәли Тимеров, Бөйөк ватан һуғышы ветераны: «Эстафетаны асыу бурысы йөкмәтеп, миңә ҙур хөрмәт күрһәттеләр. Үҙем дә 45 йыл янғын һүндереүсе булып эшләнем. 1947 йылда армиянан ҡайтҡас, училище тамамлап эш башланым. Донъялар тыныс торһон, янғындар ҙа булмаһын ине».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика