Үҙ һөнәренең оҫталары 16.06.2017

Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре байрамы уңайынан «Берҙәм Рәсәй» партияһы бер төркөм хәбәрселәрҙе һәм матбуғат хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы.

Партия ағзалары  әйтеүенсә, 4-се власть вәкилдәре йылдам үҫешкән тормошта мөһим урынды алып тора.  Иң тәү барлыҡҡа килгән профессияларҙың береһе вәкилдәре әле лә үҙ принциптарына тоғро ҡала. Халыҡ менән власть араһындағы аралашсылар ролен үтәй, хаҡ мәғлүмәт еткерә. Журналист булыу ижади эш кенә түгел, ә һәр яҙылған һүҙ өсөн көслө яуаплылыҡ та. Партия ағзалары ошо сифаттарға тоғро ҡалып, республика тормошон яҡтыртыуҙа, тулы мәғлүмәт еткереүҙә алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙе тәбрикләне.
Александр Мельников, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары: «Партия эшмәкәрлеген яҡтыртыуҙа киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең эше баһалап бөткөһөҙ. Беҙ әле мәғлүмәти тормошта йәшәйбеҙ һәм халыҡ та илдәге сәйәси, социаль һәм иҡтисади үҙгәрештәрҙе белеп торорға тейеш. Беҙ бөгөн ошо эште теүәл үтәүсе журналистарҙы тәбрикләнек».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика