Үҫмер сағында ул үҙен артыҡ кеше тип иҫәпләй 29.01.2015

Кулак балаһы. Бер телем икмәк өсөн дә көрәшергә, кәмһетеүҙәргә түҙеп йәшәргә кәрәк... Ҡапыл башланып киткән һуғыш уның тормошон ҡырҡа үҙгәртә. Билдәле яҙыусы, ғалим Суфиян Поварисовтың тормошо, яу юлдары хаҡындағы хәтирәләрен беҙҙең хәбәрселәр ҙә тыңланы.  

Илеш егете Суфиян Поварисов 1942 йылдың авгусында һуғышҡа алына. Яу юлына ул ҡурҡып баҫа - үлемдән түгел, кешеләрҙе һынатып ҡуйырмын тигән уй  тынғы бирмәй уға. Шулай ҙа 90 йәшен тултырған уҙаман ысын батырлыҡ мәктәбен үтеүгә бер ҙә зарланмай. Әгәр шул аяуһыҙ йылдарға эләкмәй ҡалһам,  яҙыусы ла, ғалим да була алмаҫ инем, ти ул.  
Еңеү көнөн ул Дрезденда ҡаршылай.  Украина, Польша, Румыния, Венгрия, Германия илдәрен азат итеүҙә ҡатнаша. Фронтта 469-сы Башҡорт полкының беренсе расчет командиры Суфиян Поварисов мәргән атыусы булараҡ таныла, дошман менән алышта уның яугирҙары күп батырлыҡтар күрһәтә.
Бигерәк тә Курск дуғаһындағы көслө бәрелеш уның хәтерендә ғүмерлеккә уйылып ҡалған. Яу юлы хаҡында ентекләберәк ул үҙенең көндәлегендә яҙып барған, дәһшәтле йылдар хаҡында хәтирәләре әҫәрҙәрендә лә сағылыш тапҡан. Әйтәйек, «Утлы дуға ҡыңғырауы» романында ул һуғыштың ысынбарлығын асырға тырышҡан, хатта командирҙарҙың да исеме үҙгәртелмәгән.
Суфиян Поварисов кесе йәштән уҡытыусы булырға хыяллана. Теләге бойомға аша. Тынғыһыҙ профессорлыҡ эшен ул бөгөн дә дауам итә, Башҡорт дәүләт университеты менән тығыҙ бәйләнеш алып бара. Яңыраҡ ҡына ул уҡытыусылар яҙмышы хаҡында
«Гәүһәр күгәрсендәре» тигән романын тамамлап, ижад кәштәһен тағы ла тулыландырған.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика