Үҫмерҙәргә йәйге эш 13.06.2017

Өфө районында был мәсьәлә мәшғүллек үҙәге кимәлендә хәл ителгән. Каникул осоронда эшләргә теләүселәргә хеҙмәт хаҡы түләү ҙә ҡаралған

Жуков ауылы үҫмерҙәренә үҙ  ғүмерендә беренсе тапҡыр хеҙмәт кенәгәһе асыу ҙур ваҡиға. Улар йәйге каникулдарҙы көтөп ала. Мәшғүллек үҙәге аша эшкә урынлашҡандар. Өфө районы Жуков ауылында  йәштәр бүлеген Валентина Антропова етәкләй. Ул йәш-елкенсәктең тын алышын күҙ ҡарашынан уҡ белеп-аңлап тора. Ауыл биләмәһендә йәшәүсе үҫмерҙәр башлыса тирә-яҡты таҙартыуҙа, ауылдың социаль объекттары булған урындарҙы тәртиптә тотоуға йәлеп ителә.
Ярослав Черныхов, мәшғүллек үҙәге аша эшкә урынлашыусы: «Тәүге эш хаҡыма өйгә һәм йорттағы бесәй балаһына ашарға һатып алдым. Ата-әсәйем дә мине дәртләндерҙе».
Родион Поляков, мәшғүллек үҙәге аша эшкә урынлашыусы: «Йәштән үк хеҙмәт юлын башлау - үҙаллылыҡты үҫтерә. Беҙ тыуған ауылыбыҙ биләмәһен тәртиптә тоторға ярҙам итәбеҙ. Аҡса эшләү  ышаныс тәрбиәләй. Эшһөйәрлеккә өйрәтә».
Эшкә урынлашыусы йәштәргә хеҙмәт кенәгәһе лы асыла. Унда ниндәй эш менән  хеҙмәт юлы башлағанлығы хаҡында тулы мәғлүмәт яҙыла.
Валентина Антропова, Өфө районы Жуков ауылы биләмәһенең йәштәр менән эшләү бүлеге етәксеһе: «Эштәрҙе алдан планлаштырабыҙ. Йәштәр минең бөтә башланғысымды күтәреп ала. Улар көнөнә ике-өс сәғәт тирәһе ауыл биләмәһен таҙартыуҙа ярҙам итә. Уларҙың хәҙерҙән булдыҡлылыҡ  һәм тырышлыҡ күрһәтеүҙәре беҙҙең өсөн дә, ата-әсәләренә лә ҙур шатлыҡ».
Әлбиттә, бәлиғ булмағандарҙан тулы эш көнө талап итеп булмай. Шуға күрә лә уларҙың нисә йәштән, ниндәй шарттарҙа, күпме ваҡыт эшләргә тейешлеге ҡанун менән нығытылған. Үҫмерҙәр ата-әсә һәм опекундар рөхсәте менән генә мәшғүллек үҙәге аша эшкә урынлаша ала.
Ришат Саҡаев, район-ара мәшғүллек үҙәге етәксеһе урынбаҫары: «Законға ярашлы, ун һигеҙ йәшкә тиклемге йәштәр эшләү хоҡуғына эйә. Улар өсөн бөтә яуаплылыҡ эш биреүсегә ҡайтып ҡала.  Эш ваҡыты түбәдәгесә билдәләнгән: 14 -16 йәшлектәр - 2 сәғәт ярым, 16-18 йәшлектәр - 4 cәғәттән ашыу эшләмәҫкә тейеш. Был административ регламент хеҙмәт кодексында ҡаралған».
Илебеҙ иҡтисадын алға ебәреүсе киләсәк бөгөн тәрбиәләнә. Был йәһәттән мәктәптәрҙә йыл әйләнәһенә профориентация өлкәһендә тестар үткәрелә, әңгәмәләр ҡорола. Мәшғүллек үҙәге аша эшкә урынлашыу үҫмерҙәрҙең хоҡуҡтарын да яҡлай. Уларға үҙҙәренә тәғәйен хеҙмәт хаҡын көн һайын алыу мөмкинлеге лә булдырылған һәм өҫтәмә түләү ҙә ҡаралған. Ауылдарҙа ҡул хеҙмәтен автоматлаштырыу һөҙөмтәһендә, эшсе ҡулдарға һорау кәмегән дәүерҙә, элекке ял һәм хеҙмәт лагерҙары юҡҡа сыҡҡан заманда «Киләсәк командаһы» тигән онлайн тестар үткәреү йәштәргә дөрөҫ һөнәр һайларға ярҙам итә.  
Милләтте алға ебәреүсе ике нәмә-аҡыл һәм ҡул хеҙмәте Ризаитдин Фәхретдиновтың был һүҙәрендә оло мәғәнә ята. Аҙ тәьмин ителгән һәм күмәк бала үҫтереүсе ғаиләләрҙә хеҙмәт тәрбиәһе алғы планда тора. Өфө районы Жуков ауылы үҫмерҙәре йәшлектәрен матур эштәр менән йәмләй. Улар араһында тәртипһеҙлеккә һәм башҡа насар шөғөлдәргә юл ҡуйылмай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика