Ғүмерҙәр зая уҙмаһын

Ғүмерҙәр зая уҙмаһын 22.01.2016

Баймаҡ районында һуңғы йылдарҙа мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында  10-лап  ғаилә барлыҡҡа килгән. Ғинуар башында бәхетле парҙарҙы тағы ла бер яңы ғаилә тулыландырҙы.

Илнур менән  Нурия дүрт йылдан  ашыу таныш. Әммә ошо йылдар дауамында улар бер-береһен иғтибарға алмай.  Барыһы ла ғашиҡтар көнөндә ныҡлап башлана. Бер йыл тирәһе тығыҙ аралашып йөрөгәс, йәштәр  бергә булырға  ҡарар итә. Ата-әсәйҙәр менән танышҡандан һуң, эште оҙаҡҡа һуҙмай, ғинуар  башында никах  уҡыталар.
Әле йәш ғаилә ике бүлмәле фатирҙа тора. Өй бөхтә, таҙа, бөтә уңайлыҡтар ҙа бар. Көндөҙ  икеһе лә эштә булһа, эштән һуңғы ваҡыттарын бергә үткәрә. Парлап   ғүмер итеүҙән йәм табып, киләһе көнгә өмөтләнеп йәшәй улар.
Ауыр яҙмыш һынауын бергәләп күтәреп, бер-береһенә терәк булып йәшәүе  күпкә  еңелерәк, ти  Атанғоловтар. Киләсәктә йәш ғаилә никахтарын рәсмиләштереп, дуҫтарын-туғандарын саҡырып туй яһарға йыйына.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку