Ғүмәр ятҡылығында геологтарға эҙләнеүҙәр өсөн майҙансыҡ булдырыу буйынса эш башланды

Ғүмәр ятҡылығында геологтарға эҙләнеүҙәр өсөн майҙансыҡ булдырыу буйынса эш башланды 11.12.2015

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был участка «Башҡортостан сода компанияһы» өсөн альтернатив сифатлы сеймал сығанағы тип билдәләнгән. Тиҙҙән урында үҫешкән инфраструктура һәм яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк. Экологтар белдереүенсә, яҡын-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәргә хәүефләнергә урын юҡ. Был хаҡта киләһе видеояҙмала.

Бульдозерҙар Шахтауҙан 35 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Ғүмәр ятҡылығына юллана. Бына ул – «Сода» компанияһының буласаҡ сеймал сығанағы. Әлегә урында эштәр көйлө бара, йыл аҙағына тиклем биләмә төҙөкләндерелергә тейеш. Унан һуң геологик эҙләнеүҙәр башланыр тип көтөлә. Әйткәндәй, ятҡылыҡтағы ресурстар «Башҡортостан сода компанияһы» үҫеше өсөн яңы баҫҡыс тиһәк тә була. Иҫәп буйынса урында эзбисташ запасын етештереү ҡырҡ йылдан күберәк ваҡытҡа етәсәк. Яҡын-тирәләге ауылдарға иһә бер ниндәй ҙә зыян янамай.  
Валерий Шумов, юл төҙөлөшө компанияһы мастеры: «Бер нисә километр алыҫлыҡта Ғүмәр ауылы урынлашҡан, шуға ятҡылыҡҡа уның исеме бирелә. Ара алыҫ ҡына - 4-5 саҡрым. Унда бит тау массивтары. Беҙҙең эшселәр бер кемгә лә ҡамасауламаясаҡ».
Әлегә ауыр техника Көҙән ауылы аша үтә, шулай ҙа был ваҡытлыса ғына. Киләсәктә бында яңы урау юл төҙөлөшө планлаштырылған. Был тәү сиратта, яҡын тирәләге ауылдарҙың үҫешенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Өҫтәмә эш урындары булыр тип тә көтөлә. Йәштәр кире тыуған яғына әйләнеп ҡайтыр тигән ышаныс менән йәшәй урындағы халыҡ.
Предприятие өсөн яңы эзбисташ ятҡылыҡтарын эҙләү ун йыл самаһы элек башлана. Сәнәғәт өлкәһендә эшләүселәр икенсе шихан - Торатауҙы үҙләштереү ниәте менән дә сығыш яһай. Әммә был яңылыҡты республика халҡы ҙур ризаһыҙлыҡ менән ҡабул итә, тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлап ҡалыу буйынса төрлө саралар күрелә. Ниһайәт, Ғүмәр ятҡылығы әлеге киҫкен мәсьәләне хәл итеүгә булышлыҡ итте.
Рафаил Ғофранов, «Ишембай эзбизташы»  яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары:  «Бик күп участкалар алдан әҙерләнгәйне, уларҙың бер өлөшө өйрәнелгән. Ҡалғандары ла ҡараласаҡ. Әлегә Ғүмәр ятҡылығына ҙур өмөттәр бағланған, перспективалар ҙур. «Сода» компанияһы өсөн бында эзбизташ етерлек кимәлдә тип баһаланған».
Был ятҡылыҡта эш башланғансы Ғүмәр ауылында йәшәүселәр төрлө имеш-мимештәргә ышанып, яңылыҡты ҡурҡып ҡабул иткәйне. «Тауһыҙ ҙа, ауылһыҙ ҙа ҡалабыҙ!»,- тигән һүҙҙәр ҙә ишетелде. Әммә экологтар хәҙер тулы ышаныс менән әйтә, был хәүефләнеүҙәр бушҡа булған. Яңы ятҡылыҡ Бүжәтауға ла, Егән йылғаһына ла, башҡа тәбиғи ҡомартҡыларға ла ҡағылмай. Рельеф үҙенсәлектәренә ярашлы, урындағы халыҡ бында башҡарыласаҡ эштәрҙең, хатта, тауышын да ишетмәйәсәк тип вәғәҙәләй белгестәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку