Өҙөлгән һалдат ғүмере 17.02.2015

Йыл башында Приморье өлкәһенең Сергеевка ҡасабаһында хәрби бурысын үтәүсе Темәс ауылы егете Азамат Йылҡыбаевтың үҙ-үҙенә ҡул һалыуына егеттең туғандары ышанмай.  5 ғинуарҙа Азамат әсәһенә шылтыратып һөйләшә. Әсә күңелендә бер ниндәй ҙә шик уянмай. Егеттең тауышы тыныс була, ауыл хәлдәрен һораша, ҡайтырына күп ҡалмауын әйтә. Ә иртәгеһенә таңғы һигеҙҙә эшкә китеп барыусы әсәһенә командир шылтыратып улының үлемен хәбәр итә.

Был хәбәр егеттең әсәһенә аяҙ көндә йәшен һуҡҡан кеүек тәьҫир итә. Берҙән-бер бөртөк улының үлеме хаҡындағы ауыр хәбәр ошолай еткерелергә тейешме. Дорфа ғына һөйләшкән командир эштең асылын әсәгә тейешле аңлатмай ҙа. Әле булһа ла егеттең ғаиләһе ҡайғынан арына алмай.
Азамат ғаиләләге өс ҡыҙ араһында һөйөклө бала булып үҫә. Шулай ҙа йортта  әсәһенә төп ярҙамсы ул икәнлеген Азамат һәр саҡ белә. Атаһы икенсе төркөм инвалид. Шуға ла бесән эшләү, мал ҡарау башҡа йорттағы ир‐ат эшен ул башҡара. Эштән ҡурҡмай үҫә. Үҙенә киләсәктә кәрәкле һөнәрҙе лә үҙләштерә. Армиянан ҡайтҡас таусылар ҡалаһына еҙнәһе янына эшкә барырға ла йыйына.
Азаматтың үҙ-үҙенә ҡул һалыуын уның үлем алдынан ҡалдырған хаты менән иҫбатлайҙар. Тик ата‐әсә хаттың улдарының ҡулы менән яҙылыуына ышанмай.
Армия хеҙмәтенә үҙ теләге менән китә. Иң ауыр тәүге айҙарҙы ла зарланмай үткәрә. Инде ҡайтырына дүрт ай ғына ҡалғанда ошондай аҙымға барыуына Азаматтың туғандары ғына түгел, уны белгән күршеләре лә ышанмай.
Егеттең кәүҙәһен тик ун ике көн үткәс часенән алып киләләр. Оҙатыусы офицерҙар уны белмәүҙәрен, тик бурыс үтәүҙәрен генә әйтә ала. Туғандары мәйеттең муйынында бер ниндәй эҙ булмауын,  башының елкә өлөшөндә күгәргән шеш, тәнендә яра булыуына аптырайҙар. Азамат менән бергә хеҙмәт иткән егет тә телефонды алмай.
Дөрөҫлөктө белә алмай аптыранған ата-әсә әле булһа өҙгөләнеп йәшәй. Шул сәбәптәндер инде ошо көндәрҙә Азаматтың хәрби хеҙмәттә һәләк булыуы тураһындағы хәбәр киң йәмәғәтселеккә билдәле булды.
Мәрйәм Байрамғолова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика