«Үлемһеҙ полк»тың  үлемһеҙ һалдаттары 09.05.2017

Өфөлә  4-се тапҡыр ойошторолған  һәм  «Спорт» туҡталышынан алып «Дан бульвары»на тиклем дауам иткән акция бөгөн 60 меңдән ашыу кешене бер майҙанға йыйҙы. Халыҡ сараға туғандарының, яҡындарының фотоһүрәттәрен тотоп сыҡҡан.  Акцияла ҡатнашыусылар араһында  йәш быуын вәкилдәренең, бигерәк тә балаларҙың күп булыуы һөйөндөрә.

Халыҡтың күп булыуы аңлашыла. Һуғыш еле бер ғаиләне лә ситләп үтмәй. Бөгөн еңеү һалдаттары бер майҙанда, бер сафта. Еңеү яулап әйләнеп ҡайтҡандар, сит тупраҡта ятып ҡалғандар, хәбәрһеҙ юғалғандар, тыл ҡаһармандары.
Бөгөн улар беҙгә йылдар аша һарғайып бөткән аҡлы-ҡаралы фотоһүрәттәр аша баға. Бөйөк Еңеүгә ярты быуаттан ашыу ваҡыт үтһә лә, һуғыш шаңдауы онотолмай. Һәр бер ғаиләнең был дәһшәтле йылдар менән бәйле үҙ тарихы, хәтирәһе бар, дошман илбаҫарҙарын еңеү күмәк көс, оло юғалтыуҙар, тән һәм йән йәрәхәттәре менән яулап алына. Башҡортостан ғына ут эсенә 700 меңдән ашыу ул һәм ҡыҙын оҙата, уларҙың яртыһы тиерлек  яу ҡырында ятып ҡала, ә бөгөн  майҙанға сығыусылар ошо ҡаһармандарҙың  вариҫтары.
«Үлемһеҙ полк» акцияһы  икһеҙ-сикһеҙ даръяны хәтерләтә, бәләкәй генә инештәр оло йылғаларға ҡойған һымаҡ  кешеләр  һәр бер  урамдан, тыҡрыҡтан килеп ҡушыла. Һәм халыҡ ағымы  ҙурайғандан-ҙурая бара. Учалынан бер туған Нафиҡовтар  акцияға ҡартаталары менән олаталарының фотоһүрәттәрен тотоп сыҡҡан. Аталы-уллы яугирҙар кавалерия дивизияһы сафында үҙ аттарында Берлинға тиклем барып етә һәм тыуған яҡтарына еңеүсе булып әйләнеп ҡайта.
Еңеүҙең бер күҙенән  шатлыҡ, икенсеһенән ҡайғы йәштәре тама. Бөгөнгө акцияла ҡатнашыусыларҙың да күҙҙәрендә йәш, ә йөрәктәрендә ата- олатайҙарыбыҙҙың тиңһеҙ батырлығы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо. Беҙ еңеүсе  вариҫтары, ә 9 май илебеҙҙең милли берҙәмлек, илһөйәрлек һәм халыҡ байрамы, ти улар.
«Үлемһеҙ полк» сафтарында  йәш быуын вәкилдәренең күп булыуы айырыуса һөйөнөслө.Сөнки был акция тәү сиратта киләсәк өсөн кәрәк. Балалар  тарихи ысынбарлыҡты белеп, ғорурланып, өлгө алып үҫергә тейеш.  
«Үлемһеҙ полк» акцияһы беҙҙе тағы бер тапҡыр данлы үткәнебеҙҙе онотмаҫҡа саҡыра. Сөнки йылдан-йыл  шаңлы йылдарҙың тере шаһиттары  кәмей бара. Улар Бөйөк Еңеүҙең ниндәй юғалтыуҙар менән яулап алыныуын, бер телем икмәктең ҡәҙерен яҡшы аңлай.
Быйыл Өфөләге «Үлемһеҙ полк» 60 меңдән ашыу кешене бергә йыйҙы.  Күптәр тотош ғаиләләре менән сыҡҡан, бер рамға 5-6 фотоһүрәт беркетеүселәр ҙә юҡ түгел. Һуғыш йылдарында ғаиләләре менән фронт һыҙығына киткәндәр күп була. Томск ҡалаһында башланған хәрәкәт хәҙер халыҡты берләштереүсе, илһөйәрлек рухы менән һуғарыусы,  шаңлы үткәнебеҙҙе данлаусы  халыҡ байрамына әйләнде тип әйтергә мөмкин. Акцияла ҡатнашыусыларҙың йылдан-йыл артыуы  мәңгелек хәҡиҡәтте йәнә  иҫбатлай - Бөйөк Еңеү, Еңеү һалдаттары беҙҙең йөрәктәрҙә...

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика